+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
16 Июнь 2021, 13:40

Һаҡ булығыҙ, сысҡан биҙгәге!

Һуңғы аҙнала республикабыҙ биләмәһендә сысҡан биҙгәген йоҡтороусылар күбәйә башлаған.Ҡурҡыныс ауырыу ул.

Был хаҡта Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итте. Өфөлә генә был сирҙең 9 осрағы теркәлгән. Был ҡурҡыныс инфекциялы сир кешенең бөйөрөн, үпкәһен һәм башҡа эске ағзаларҙы зарарлай. Төп сәбәпсеһе – сысҡан. Әлеге мәлдә был биҙгәктән прививка юҡ, шуға ла һаҡланыуҙың берҙән-бер ысулы бар - гигиена талаптарын үтәү. Еләк-емеш мәле етте, әгәр ҙә урманға барғанда үҙегеҙ менән һыу, ризыҡ алып бараһығыҙ икән, уны ергә һалып китмәгеҙ. Сысҡан сумкағыҙға инмәһен өсөн уны ағасҡа элеп ҡуйығыҙ. Ризыҡты ашар алдынан ҡулығыҙҙы, ауыҙығыҙ тирәһен таҙалар өсөн махсус еүеш салфетка-фәлән йөрөтһәгеҙ, бигерәк тә һәйбәт булыр. Һаҡланғанды Аллам үҙе һаҡлар, дуҫтар!
Фото: twitter.com
Читайте нас: