+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
2 Август 2021, 15:07

Эҫе көндәр була әле

Август етһә лә, синоптиктар, ошо аҙнала көндәр ныҡ эҫе буласаҡ, тип хәбәр итә. 38 градусҡаса етәсәк, тиҙәр. Тимәк һаҡланырға кәрәк. Юғиһә башҡа эҫе ҡабыуы бар. 

Эҫе көндәр була әле
Эҫе көндәр була әле

Атай-әсәйҙәрҙең"Башыңа кейеп йөрө, эҫе теймәһен", тигәнен тыңламай булмай. Ҡояш ныҡ ҡыҙҙырғанда, көндөҙгө 12-нән 16 сәғәткә тиклем урамда йөрөмәҫкә тырышығыҙ. Күберәк һыу эсәбеҙ, йәшелсә-емеш ашайбыҙ. Кейемгә лә иғтибар итәбеҙ: тәбиғи, йоҡа, аҡһыл төҫтәге тауарҙан тегелгәненә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Бүлмәләге кондиционер йәки вентилятор һауа ағымын кешегә туранан-тура өрҙөрмәҫкә тейеш, юғиһә ауырып китеүең бар. 

Һыу ингәндә лә һаҡ булығыҙ, дуҫтар. Бәләкәй туғандарығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Тыйылған урында һыу инмәгеҙ.

Фото: sb.by

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: