-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
1 Сентябрь 2021, 10:56

Бөтә Рәсәй хәүефһеҙлек дәрестәре - интернетта

 2021/2022 уҡыу йылында урокбезопасности.рф  сайтында хәүефһеҙлек темаһына Мәғариф ваҡиғалары календарына ярашлы дәрестәр үткәреләсәк. Ойоштороусылары - Геройҙар проекты, "Мәғариф" компаниялары төркөмө. Проект Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм "Бәйләнештә" селтәре ярҙамында тормошҡа ашырыла. Тәүге дәрестәр бөгөн үк башлана һәм 3 сентябргә тиклем дауам итә. 

Бөтә Рәсәй хәүефһеҙлек дәрестәре - интернетта
Бөтә Рәсәй хәүефһеҙлек дәрестәре - интернетта

Улар терроризмға ҡаршы тороу, йәмғиәттә хәүефһеҙлек, тәүге ярҙам күрһәтеү темаларына арнала. Бик кәрәкле дәрестәр, эйеме? Унда ҡатнашыу өсөн  урокбезопасности.рф сайтында теркәлергә кәрәк. Шунан шәхси кабинетыңдағы материалдарҙы өйрәнеп, видеоларҙы ҡарап, артабан темалар буйынса тест һорауҙарына яуап бирәһең. Һуңынан үҙеңдең исемеңә сертификат баҫтырып алырға мөмкин буласаҡ. 

Уҡыу йылы буйына төрлө дәрестәр тәҡдим ителәсәк. Киләһе тема юл ҡағиҙәләренә арнала, дәрестәр 25 - 29 сентябрҙә үтәсәк. 

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәр кем белергә, кәрәк саҡта ҡуллана алырға тейеш, шулай бит?!

Фото: интернеттан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: