+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
5 Сентябрь 2021, 11:05

Уттың ялы, ҡойроғо юҡ

– Был эҫе һәм ҡоро йәйҙе үҙ ғүмеремдә икенсегә күрәм. 1975 йылдағыһы ла был тиклем үк ҡот осмалы булмағайны.

Уттың ялы, ҡойроғо юҡ
Уттың ялы, ҡойроғо юҡ

Ҙур янғындары ла бер-ике урында ғына булып, шунда уҡ һүндерелгәйне. Ә быйылғыһы ҡалай яман, ныҡ көйҙөрҙө,– тип әсенеп һөйләй өләсәйем. Бәхеткә күрә, яҡын-тирәбеҙҙә ҙур янғындар юҡ. Күрше-тирә райондарҙағы, өлкәләрҙәге, илдәге янғындар, һыу баҫыуҙар, дауылдар, ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙар тураһында ололарҙан ишетеп, интернеттан ҡарап беләбеҙ. Ярай ҙа ҡоштар, йүгерек ҡуяндар, төлкө, бүреләрҙең ҡайһы берҙәре ҡасып өлгөрәлер, ә бөжәктәр, һөйрәлеүселәрҙең бөтәһе лә янып әрәм була инде. Күпме фай­ҙалы дарыу үләндәре, иген баҫыуҙары, мал көтә торған ерҙәр, урмандар янып, көл-күмергә ҡала. «Ут бер тоҡанһа, тотоп туҡтатырға ялы-ҡойроғо юҡ. Бурҙан ҡала, уттан бер нәмә лә ҡалмай», – ти бит өләсәйем. Ысынлап та, шулай шул.
Элек ерҙә, таш өҫтөндә бөжәктәр тулып йөрөй торғайны. Быйылғы йәй эҫенән ҡасып, улар тишек-тошоҡҡа йәшенеп бөткән. Сәскә-үләндәр ҡороғас, эсергә һут та, туҡланырға ризыҡ та юҡ. Хәлһеҙ генә йөрөгәндәре күренеп ҡала.
Яңыраҡ беҙгә Межгорьенан Иҫке Монасипта өйҙәре янып, бәләгә тарыған ғаиләләргә ярҙам итергә китеп барған «Ағинәйҙәр» ойошмаһынан өләсәйем Ғәлиә Ғилманова, Роза апайҙар хәл белешергә туҡтаны. Улар ҙа үҙҙәрендә янғын ҡотороуын белдерҙе. Утта янып ҡысҡырған ҡоштарҙың, хайуандарҙың тауыштарын ишетеү иң ауыры, тип һөйләнеләр. Ҡайта һалып, хәлдән килгәнсә ярҙам итергә кәрәк, тип ҡабаланып сығып киттеләр.
Мин янғындың шул тиклем ҡур­ҡыныс икәнен ауылда ике өй янғанда күрҙем. Беҙҙең һәр беребеҙгә ут, электр, газ менән һаҡ булырға кәрәклеген беләм хәҙер. Өйҙә, мәктәптә өйрәткән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә тейешбеҙ. Берәй нәмәнән ҡотоң алынһа, уттан ҡурҡҡандай ҡурҡты, тиҙәр. Уттан, ысынлап та, ҡур­ҡырға һәм һәр ваҡыт уяу, һаҡ, иғтибарлы булырға кәрәк, тип уйлайым.

Азалиә ИШБАЕВА,
VI cиныф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: