+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
30 Ноябрь 2021, 15:34

Хәүефһеҙлек дәресе

Бөгөн "Бөтә Рәсәй хәүефһеҙлек дәресе" проекты буйынса яңы тема - интернетта үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләренә арналған сара башлана.

Хәүефһеҙлек дәресе
Хәүефһеҙлек дәресе

 Ғәҙәттәгесә, дәрестәр ике форматта барасаҡ: I - XI синыф уҡыусылары һәм уҡытыусылар өсөн айырым. Педагогтар көнүҙәк темаға синыф сәғәттәре уҙғарһа, балалар тест һорауҙарына яуап биреп, тема буйынса белем кимәлдәрен тикшерәсәк. урокбезопасности.рф сайтында әҙер видео-дәрестәр, тест һынауҙары тәҡдим ителә. 

30 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты менән 16 сәғәттә "Бәйләнештә" селтәре менеджеры Александр Митрохин кибербуллинг, "Бәйләнештә" селтәренең үҙ файҙаланыусыларын шикле контенттан нисек һаҡлауы темаһы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә.

Ә 2 декабрҙә ошо уҡ ваҡытта В.М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының кафедра мөдире Игорь Ашманов һанлы гигиенаға ҡағылышлы оҫталыҡ дәресе уҙғарасаҡ. Маҡсаты - уҡыусыларҙы һәм педагогтарҙы һанлы мөхиттең төп хәүефтәре менән таныштырып, уларҙан һаҡланыу ысулдарына өйрәтеү.

Фото: sch-gorizont.com.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: