+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
8 Декабрь 2021, 16:12

Теле тимергә йәбешкән

Ҡарҙы ашаған балалар тураһында ишеткән бар, үҙебеҙ ҙә бала саҡта ялап ҡарай инек. Ә бына Вологда өлкәһендә бер малай тимер бағананы ялап ҡарарға булған һәм бәләгә тарыған: теле йәбешкән. 

Теле тимергә йәбешкән
Теле тимергә йәбешкән

Юл билдәһенән айырыла алмай торған баланы полиция хеҙмәткәрҙәре күреп ҡалған. Тышта - 27 градус һыуыҡ булған ул көндө. Ярҙамға медицина хеҙмәткәрҙәрен саҡырырға тура килгән.  

Бындай күңелһеҙ хәлгә тарый ҡалһағыҙ, табиптар кәңәш итеүе буйынса, йылы тынығыҙҙы өрөп, боҙҙо иретергә тырышырға кәрәк. Шулай уҡ тел менән тимер араһына һыу ҡойорға була, һыуыҡ булһа ла ярай, тиҙәр. Шулай ҙа иң һәйбәте, һаҡланыу инде, эйе бит? 

Фото: YouTube

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: