+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
28 Декабрь 2021, 16:44

Тюбингта шыуырға яратабыҙ ҙа ул...

Ҡыш еттеме, олоһо ла, кесеһе лә тюбингта шыуырға ярата. Әммә ҡарап тороуға бер ҡурҡынысы ла юҡ кеүек күренгән был "ватрушка"ла шыуып, күпме кеше ғүмере өҙөлә?!

Тюбингта шыуырға яратабыҙ ҙа ул...
Тюбингта шыуырға яратабыҙ ҙа ул...

26 декабрҙә Мәскәүҙә 15 йәшлек малай тюбингта шыуып, башы менән ағасҡа бәрелгән һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул урында һәләк булған. Был фажиғә буйынса әле тикшереү бара.

2021 йылдың башында, ғинуарҙың бер нисә көнөндә генә, Рәсәй Тикшереү комитеты тәфтишселәренә илдең төрлө төбәктәрендә тюбинг менән бәйле фажиғәләр арҡаһында 19 енәйәт эше ҡуҙғатырға тура килгән. 

Дуҫтар, тюбингта шыуғанда һаҡ булығыҙ! Махсус яһалған урындарҙа ғына елдерегеҙ. Тыйылған, тау аҫтында ағастар, бағаналар булған урындарҙа шыумағыҙ. Тюбинг менән идара итеү мөмкин түгел икәнен беләһегеҙ, уның түңкәрелеүе лә ихтимал. Бүтәндәр менән бәрелешеүегеҙ бар. Ҡыҫҡаһы, иғтибарлыраҡ һәм һаҡ булығыҙ, күңелле ялығыҙ фажиғәгә әүерелмәһен!  

Фото: vedomosti102.ru

 

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: