+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
29 Декабрь 2021, 16:05

Хәүефһеҙлекте онотмағыҙ

Яңы йылды өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә көтөп ала. Балалар баҡсалары, белем усаҡтары, йорттарҙа шыршы ҡуйылып, биҙәлә. Мөғжизәле төндә бер-беребеҙгә бүләктәр бирешәбеҙ, изге теләктәр әйтәбеҙ.Бөтәһе лә күңелле генә кеүек. Әммә янғын һүндереүселәр өсөн был осор бик көсөргәнешле. Нәҡ Яңы йыл төнөндә янғын күп сыға. Ә уны булдырмау бары үҙебеҙҙән тора. Иң мөһиме: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен хәтеребеҙҙән сығармаҫҡа кәрәк.

Хәүефһеҙлекте онотмағыҙ
Хәүефһеҙлекте онотмағыҙ

Шыршы
Уны өйҙә йөрөргә ҡамасауламаған ергә урынлаштырығыҙ. Иң мөһиме: башы түбәгә теймәһен, батарея, йылытҡыстан алыҫыраҡ ҡуйығыҙ. Ҡупшы­ҡай­ҙы тиҙ яныусан уйынсыҡтар, мамыҡ, шәм менән биҙәмәгеҙ. Был ҡағиҙә ысын шыршыларға ла, тәбиғи булмағандарына ла ҡағыла.
Гирлянда
Байрам нисек унһыҙ булһын. Магазиндан һатып алғанда яҡтыртҡыстың сифатына иғтибар итегеҙ. Юғиһә, боҙоҡ булып, ут сығыуы бар. Эшләп торғанда сымы ныҡ ҡыҙыуын, иреп барыуын күрһәгеҙ, тиҙ генә һүндереп, уны ҡабат ҡулланмауығыҙ хәйерле.
Пиротехник уйынсыҡтар
Яңы йыл төнөн бенгаль уттары, фейерверк, петардаһыҙ нисек үткәрәһең инде, шулаймы?! Тик уны һатып алғанда сифатлыһын һайлағыҙ. Пиротехник уйынсыҡтар менән һаҡһыҙ мөғәләмә итеү янғынға ғына түгел, ҡурҡыныс йәрәхәттәргә лә килтерә. Ошоно иҫегеҙҙә тотһағыҙ ине. Байрамда ҡайһы берәүҙәр бармаҡһыҙ ҡалған осраҡтар ҙа теркәлгән. Шартлатҡыстар кеҫәлә үк шартларға мөмкин. Бәхетһеҙ осраҡ булып ҡуймаһын өсөн, уның ҡулланмаһында яҙыл­ғандарҙы теүәл үтәргә кәрәк.
Яңы йыл байрамыбыҙ матур, бәлә-ҡазаһыҙ уҙһын!

Г. ФАКИЛОВА.

Фото:https://yandex.ru/images/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: