+25 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
16 Февраль 2018, 16:16

Тормош аҡылын алам

Ғаилә, тип әйтһәң, һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килә? Ә миңә яҡындарым, туғандарым булған йылы, матур йортобоҙ. Әле уҡыусы ҡыҙ ғынамын. Шулай булһа ла, ғаиләнең ни тиклем кәрәк һәм ҡәҙерле икәнен аңлайым. «Ғаиләһеҙ кеше – тамырһыҙ ағас», – тип әйткәндәр бит боронғолар.Беҙ – атайым, әсәйем, олатайым, өләсәйем, һеңлем, ҡустым менән мин бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп, үҙ-ара килешеп йәшәйбеҙ. Һеңлем һәм ҡустым менән яҡын дуҫтарбыҙ. Мәктәптән ҡайтҡас, ҡосаҡлашып, зыҡ булып уйнап алабыҙ. Бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торабыҙ, кәрәк икән, яҡлашабыҙ.

Ғаилә, тип әйтһәң, һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килә? Ә миңә яҡындарым, туғандарым булған йылы, матур йортобоҙ. Әле уҡыусы ҡыҙ ғынамын. Шулай булһа ла, ғаиләнең ни тиклем кәрәк һәм ҡәҙерле икәнен аңлайым. «Ғаиләһеҙ кеше – тамырһыҙ ағас», – тип әйткәндәр бит боронғолар.

Беҙ – атайым, әсәйем, олатайым, өләсәйем, һеңлем, ҡустым менән мин бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп, үҙ-ара килешеп йәшәйбеҙ. Һеңлем һәм ҡустым менән яҡын дуҫтарбыҙ. Мәктәптән ҡайтҡас, ҡосаҡлашып, зыҡ булып уйнап алабыҙ. Бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торабыҙ, кәрәк икән, яҡлашабыҙ.

Атайым менән ысын йөрәктән ғорурланам. Ул – бик күпте кисергән, һуғыш афәтен күргән кеше. Чечен һуғышы ветераны. Уның тормош девизы: һәр береһе менән уртаҡ тел табып, ярҙам ҡулы һуҙып, туғандарыңа терәк булып йәшәү.

Әсәйем балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Уның зирәклегенә, тыйнаҡлығына, тырышлығына, тормошҡа зарланмауына, килеп тыуған һәр ваҡиғаны ҡатмарлаштырмай, тыныс ҡына ҡабул итә белеүенә ғәжәпләнәм дә, һоҡланам да.

Олатайым менән өләсәйем хаҡлы ялда. Улар уңған, үҙҙәренә иш булырлыҡ ике ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтергән. Беҙҙе яҡшылыҡҡа өндәп, оло терәк булып йәшәйҙәр.

Мин тормош аҡылын ғаиләбеҙҙән алам. Ыңғай хис-тойғолар беҙгә, балаларға, күсә, тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй, илһамландыра, рухландыра. Шуға Ер йөҙөндәге бөтә кешеләр­ҙең дә минеке кеүек ғаиләләре бул­һын, тип теләйем. Бө-ө-өтә балалар ҙа тулы, атайлы, әсәйле татыу ғаиләлә үҫһен. Улар­ҙы көн һайын аталары күккә сөйөп, әсәләре баштарынан һыйпап, арҡаларынан тупылдатып ярат­һын. Донъялар тыныс торһон, күп балаларҙы етем иткән һуғыштар булмаһын!

Аделина БУЛАТОВА, IX «Г» синыфы уҡыусыһы.


Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.
Читайте нас в