-10 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
25 Апрель 2020, 11:27

«Үлемһеҙ полк» акцияһы телевизион форматта үтәсәк

«Вся Уфа» телеканалында Бөйөк Еңеүгә арналған телемарафон үткәрелә. Был көндө эфирҙа Бөйөк Ватан һуғышы тураһында шиғырҙар, ҡотлауҙар яңғыраясаҡ. Унан тыш, сара барышында «Үлемһеҙ полк» акцияһы ла уҙасаҡ.

Унда ҡатнашыу өсөн һуғыш ветеранының фотоһын күрһәтеп, уның хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп, видеяҙма төшөрөгөҙ ҙә, уны [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ.

Телемарафон барышында тура эфирҙа +7 (347) 254-70-08 телефоны буйынса беҙгә тыныс тормош бүләк иткәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерергә була. Сара 9 майҙа иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана.

Читайте нас в