+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандан 500-ҙән ашыу кеше Еңеү открыткаһы эшләгән

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән округта «Еңеү открыткалары» тип аталған киң күләмле халыҡ проекты тормошҡа ашырыла.

http://пфопобеда.рф сайтында округтың барлыҡ 14 төбәгендә йәшәүселәрҙең үҙенсәлекле ижади эштәрен күрергә мөмкин. Беҙҙең Башҡортостандан 500-ҙән ашыу кеше Еңеү открыткаһын төшөргән.

Открытка йыйылмаһы көндән-көн тулыланып тора. Был проектта теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн «Добавить открытку» бүлексәһенә инеп, махсус форманы тултырырға һәм үҙеңдең башҡарға эштәреңде беркетергә кәрәк.

Читайте нас: