-10 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
2 Май 2020, 11:14

«Фронт портреты. Һалдат яҙмышы» күргәҙмәһе Бөйөк Еңеүгә арналған

Республика Хәрби Дан музейында «Фронт портреты. Һалдат яҙмышы» тигән онлайн-күргәҙмә асылды. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлана. Мультимедия экспозицияһы музей сайтында урын аласаҡ.

Үҙенсәлекле күргәҙмә проекты Мәскәүҙәге Еңеү музейы һәм Рәсәйҙәге эҙәрмәнлек хәрәкәтенең дөйөм эш һөҙөмтәһе. Виртуаль ҡарарға килеүселәр 43 фронт рәссамының рәсемдәрен күрә аласаҡ. Бында эҙәрмәндәр тарафынан яҙмыштары асыҡланған һалдаттарҙың портреттары төшөрөлгән. Шулай уҡ хәрби тормошто һүрәтләгән яу ваҡытындағы һыҙмалар ҙа бар.

– Был беҙҙең музейҙың һәм Рәсәйҙәге эҙәрмәндәр хәрәкәтенең оҙайлы проекты. Күргәҙмә һәр ваҡыт яңыртылып торасаҡ. Геройҙарҙың шәхесе билдәләнгән осраҡта уларҙың портреттарының күсермәһе яугирҙәрҙең туғандарына тапшырыла, – ти Еңеү музейының директор урынбаҫары Эльдар Янибеков.

Күргәҙмәлә һуғышсылар менән бергә бөтә фронт ауырлыҡтарын кисереүсе рәссамдар тураһында ла белергә була. Экспозицияны 1 июлгә тиклем http://bash-rmbs.ru/ сайтында күрергә мөмкин.

Читайте нас в