-10 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
2 Май 2020, 11:48

Уҡытыусылар өсөн – Бөйөк Еңеүгә арналған акция

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Башҡорт, урыҫ (туған) һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы «Ғаиләмдең үлемһеҙ полк һалдатына йөрәк һүҙем» акцияһын иғлан итә. Был турала «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдәрендә хәбәр итәләр.

– Бөйөк Ватан һуғышында тыуған илебеҙ азатлығын яулашыусы яҡындарының фотоһүрәтен тотоп, берәй авторҙың йәки үҙенең шәхси шиғырын һөйләгән хеҙмәттәштәребеҙҙән 2-3 минутлыҡ видеооткрыткалар көтәбеҙ. Акцияла ҡатнашҡан уҡытыусыларға сертификат биреләсәк. Видеооткрыткаларығыҙҙың һылтанмаһын һәм үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте түбәндәге электрон почтаға ебәреүегеҙ һорала: [email protected], – ти ойоштороусылар.

Уларға #мыедины #беҙберҙәм #быуындарбәйләнеше #башҡорттелейылы #әсәтеле #победа#еңеү #9мая#9май #75летпобеды #еңеүгә75йыл #мыпомниммыгордимся #хәтерләйбеҙғорурланабыҙ хэштектарын ҡуйырға ла кәрәк буласаҡ.

Читайте нас в