-18 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
3 Май 2020, 01:40

Өфө китапханалары онлайн-сараларын Еңеү көнөнә бағышлай

Өфөнөң үҙәкләштерелгән киң күләмле китапханалар системаһы онлайн-сараларын Бөйөк Еңеү көнөнә бағышлай. Улар 2 майҙан 10-ына тиклем барасаҡ.

Мәҫәлән, 4 майҙа 26-сы моделле китапханаһы «Рәхмәт һеҙгә!» челлендж-акцияһын ойоштора. Ул китапхананың рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә уҙғарыла.

7 майҙа 41-се моделле йәштәр китапханаһы үҙҙәренең сайтында «Йөрәккә яҡын булған һуғыш тураһындағы китаптар» виртуаль күргәҙмәһен тәҡдим итә. Ул көндөҙгө сәғәт 3-тә башланасаҡ.

Ә 9 май – Еңеү көнөндә бөтә теләүселәр ҙә «Бәйләнештә» селтәрендәге https://vk.com/biblio_ufa төркөмдәрендә уҙғарылған «Йөрәк хәтере» онлайн-марафонында ҡатнаша ала. Ул иртәнге сәғәт 11-ҙә старт аласаҡ.

Унан тыш, Өфөлә йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн «Хәтерләү өсөн һуғыш тураһында уҡыу» презентацияһы, Бөйөк Ватан һуғышы китаптарына арналған һүрәттәрҙең онлайн-күргәҙмәһе, һуғыш тураһында нәфис фильмдар марафоны, флешмобтар, тарихи экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар үтәсәк. Улар менән тулыраҡ http://www.ufa-lib.ru сайтында танышырға мөмкин.

Читайте нас в