-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һәр кем һуғыш ветеранына рәхмәтен белдерә ала

Туғыҙынсы май байрамы алдынан «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте «Еңеү хаты» тигән акция башлап ебәрҙе. Уның девизы: «Рәхмәтеңде шәхсән белдер».

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Коронавирус арҡаһында беҙ уларҙы өйҙәренә барып ҡотлай алмайбыҙ, шуға күрә икенсе юлын уйлап таптыҡ. Беҙ уларға хаттар яҙа алабыҙ. Илебеҙ халҡын был акцияла ҡатнашып, рәхмәт һүҙҙәрен яҙырға саҡырабыҙ. Ҡасаба, ҡала, илдәге әүҙем кешеләребеҙ уларҙы геройҙарына еткерәсәк, – ти «Еңеү ирекмәндәре»нең етәксеһе Ольга Амельченкова.

Шәхсән рәхмәтеңде белдерер өсөн волонтерыпобеды.рф сайтына инеп, «Письмо Победы» баннерына үтергә кәрәк. Ундағы махсус бланкты сығарып алып, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына рәхмәт һүҙҙәрегеҙҙе яҙығыҙ. Уны сканерҙан үткәреп алып, хатығыҙҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ. Теләк буйынса үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәрҙе лә күрһәтергә була. Был акцияла ҡатнашыуығыҙҙы #скажиспасиболично #волонтерыпобеды хэштегын ҡуйып, социаль селтәрҙәрҙә лә һөйләгеҙ.

Читайте нас: