+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Беҙҙең Еңеү көнө» марафонына Пенза өлкәһе ҡушылды

Илебеҙ төбәктәрендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафоны старт алғайны.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған эстафетала Мордва, Мари Иле, Удмурт, Башҡортостан, Татарстан республикалары, Һамар, Түбәнге Новгород, Һарытау, Ульяновск өлкәләре, Пермь крайы ҡатнашты. Ә 5 майҙа йыр марафонын Ульяновск өлкәһенән Пенза халҡы ҙур ғорурлыҡ менән ҡабул итеп алды.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәре кеүек, Пенза өлкәһе лә Бөйөк Еңеүгә үҙенең өлөшөн индерә. Уларҙан фронтҡа 300 меңдән ашыу кеше китеп, шуларҙың 190 меңдән ашыуы яу ҡырында ятып ҡала. Быйыл Пенза ҡалаһы «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны» тигән маҡтаулы исемгә лә дәғүә итә. Ә эстафетаны улар Сыуаш Республикаһына тапшыра.

«Беҙҙең Еңеү көнө» марафоны барышы телеканалдар, радиостанциялар, матбуғат баҫмалары тарафынан киң яҡтыртыла, эстафета буйынса яҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә лә табырға мөмкин.

Читайте нас: