-10 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
6 Май 2020, 17:16

«Уҡы, бер ҡасан да эсмә, тартма, кеше булырһың», – ти отставкалағы полковник

Республикабыҙҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан «Еңеүселәрҙең 75 тормош ҡағиҙәһе» Бөтә Рәсәй фотопроекты старт алды. Уның сиктәрендә Өфө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һуғыш ветерандарының фотоһүрәттәре өҙөмтәләр менән бергә видеоэкрандарға һәм билбордтарға ҡуйыла.

Хәҙерге йәш быуынға оҙаҡ йәшәүҙең сере, Тыуған илгә һөйөү һәм ябай кешелек бәхете тураһындағы серҙәрҙе асыу өсөн «Еңеүселәрҙең 75 тормош ҡағиҙәһе»ндә 280-дән ашыу ветерандың тарихы, уларҙың тормош юлы һәм ҡаҙаныштары хаҡында һөйләнеләсәк. Башҡортостандан Илгизәр Хәйров, Николай Сычев, Кашшаф Сәмиғуллин, Ғәбдрәүеф Гәрәев проект геройҙары булып китте. «Уҡы, бер ҡасан да эсмә, тартма, кеше булырһың» – был отставкалағы полковник Кашшаф Сәмиғуллиндың тормош ҡағиҙәһе. Бындай васыятты атаһынан алып, ғүмере буйына тоғро ҡала.

«Еңеүселәрҙең 75 тормош ҡағиҙәһе» фотопроекты – «Минең менән хыяллан» хәйриә проектындағы «Еңеүселәр хыялдары» Бөтә Рәсәй акцияһының өлөшө. Был проект Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә 1 майҙан башланды.

Читайте нас в