-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әйҙәгеҙ, балконға караоке йырларға сығайыҡ!

Өфөлә йәшәүселәр Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан «Балкон караокеһы» Бөтә Рәсәй акцияһын ойоштора.

Улар бер айҙан ашыу үҙизоляцияла ултырыусы ҡала халҡын 9 май көндө балконға сығып, күршеләре менән бергәләп киң билдәле йырҙарҙы башҡарырға саҡыра. Барлығы биш йыр һайлап алынған.

Ерҙең теләһә ниндәй нөктәһендә йәшәүселәр акцияға ҡушыла алһын өсөн, байрам марафоны сиктәрендә Балконноекараоке.рф сайты ла булдырылған. Бында музыка һәм йырҙарҙың һүҙҙәре менән тура видеотрансляция ойоштороласаҡ.

Өфө халҡы Еңеү көнөндә киске сәғәт 7-лә балконға сыҡһа, ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге ҡалаларҙа йәшәүселәр Мәскәү ваҡыты менән киске сәғәт 5-тә акцияға ҡушылырға саҡырыла.

Читайте нас: