+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Акцияға ҡушылып, ветерандарҙы ҡотлағыҙ

Һәр мәктәп уҡыусыһы Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын Еңеү көнө менән ҡотлай ала. Бының өсөн Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында ойошторолған «Йөрәктәр йылъяҙмаһы» Бөтә Рәсәй онлайн-акцияһына ҡушылырға кәрәк.

Бында I – XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Бының өсөн нимә эшләргә һуң?

– Бөйөк Ватан һуғышы темаһына һөйләгән шиғырыңды яҙҙырырға;

– Исем-шәрифеңде, синыф, ҡала, был шиғырҙы кемгә арнауыңды, шиғырҙың авторын һәм исемен күрһәтергә;

– Видеяҙманың оҙонлоғо – 15 секундтан 5 минутҡа тиклем, 1280 х 720 пиксель булырға тейеш.

Әгәр ҙә һуғышта ҡатнашҡан олатайың булһа, видеяҙмала уның фотоһүрәтен дә ҡуя алаһың. Был осраҡта ул «Үлемһеҙ полк» акцияһының https://www.moypolk.ru сайтында баҫылып сығасаҡ.

Видеояҙманы Яндекс.Диск йәки Google Диск, Mail.Облако-ға ҡуйып, һылтанмаһын ойоштороусыларға [email protected] электрон почтаһы буйынса ебәрегеҙ. Хаттың темаһына шиғыр уҡыусының исем-фамилияһы, йәшәгән ҡалаһы, шиғырҙың авторы һәм исеме яҙылыуы мотлаҡ. Теләүселәр видеяҙмаларын социаль селтәрҙәргә #летописьсердец, #культурныймарафон хэштектары менән һала ала.

Читайте нас: