+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Виртуаль акцияла 36 меңгә яҡын яугир ҡатнаша

Республикабыҙҙың «Үлемһеҙ полк» виртуаль акцияһында 35 мең 953 яугир ҡатнаша. Был хаҡта Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы белдерә.

Башҡортостан Республикаһы Һанлы үҫеш министрлығында «Башҡортостан Республикаһының Үлемһеҙ полкы» сайты https://polk02.ru эшләй. Был виртуаль акцияла ҡатнашыу өсөн һуғышта ҡатнашҡан олатайҙарығыҙҙың фотоһүрәтен һалырға һәм ҡыҫҡаса мәғлүмәт (исем-шәрифен, йәшәгән йылдарын, наградаларын) ҡалдырырға кәрәк. Яугирҙәрҙең фотоһүрәттәре виртуаль йөрөштөң бер өлөшө булып, телевидениенан күрһәтеләсәк. 9 майҙан һуң да теләгән ваҡытта республикабыҙҙа тыуып үҫкән ветерандар тураһында мәғлүмәт өҫтәргә була.

Читайте нас: