-10 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
25 Август 2020, 18:17

«Еңеү диктанты»нда ҡатнаш

«Еңеү диктанты» акцияһы 3 сентябрҙә үтәсәк. Ул Хәтер һәм дан йылына арналған төп сараларҙың береһе һанала.

Ойоштороусылар белдереүенсә, «Еңеү диктанты» өсөн 7 мең 500-ҙән дә кәм булмаған майҙансыҡ ойоштороласаҡ, ә Башҡортостанда – 80 урында. Шуларҙың 8-е – ҡалаларҙа, 13-ө – Өфөлә, ҡалғандары – муниципаль райондарҙа.

Быйыл тест үткәреү форматы ла үҙгәргән: 20 һорау урынына 25 һорауға яуап бирергә кәрәк. Уның бишәүһе «Еңеү диктанты» үткәрелгән төбәк менән бәйле буласаҡ. Диктантҡа диктантпобеды.рф проектының рәсми сайтында онлайн-тестар ярҙамында әҙерләнергә мөмкин.

Былтыр «Еңеү диктанты» майҙансыҡтарында тесты 105 мең кеше эшләгән, тағы ла 48 меңе онлайн яҙған. Быйыл иһә ярты миллиондан ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Читайте нас в