+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

27 миллион ағас ултыртыласаҡ

«Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы старт алды. Быйылғы сара 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арналасаҡ. Һуғышта һәләк булған 27 миллион яугирҙың һәр береһе иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыласаҡ.

Акцияға старт 18 мартта Севастополдә Еңеү паркында бирелде. Ә Башҡортостанда ағас ултыртыу апрель аҙағында башланасаҡ. «Хәтер баҡсалары» республикабыҙҙың бөтә муниципаль райондарында барлыҡҡа киләсәк. Акция барышында 70 гектарға яҡын майҙансыҡта ағастар ултыртыласаҡ. Сара тураһында тулыраҡ ошо сайтта садпамяти2021.рф танышырға була.

Әйткәндәй, «Хәтер баҡсаһы» акцияһы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы, Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Федераль урман хужалығы агентлығы ярҙамында үткәрелә. Уны «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте һәм Еңеү полководецтары иҫтәлеге фонды ойоштора.

Фото: республика урман хужалығы министрлығы сайтынан.

Читайте нас: