+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Еңеү тәҙрәһе" акцияһы бара

Өфө халҡы ла 1 майҙа флешмоб рәүешендә старт алған "Еңеү тәҙрәһе" Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Был сара Бөйөк Еңеүгә 76 йыл тулыуға арналған.

Акцияға ярашлы, ҡала халҡы фатир, йорт йәки эш урындарының тәҙрәләрен һүрәттәр, фотоһүрәттәр, яҙыуҙар менән биҙәй. Әлеге сарала баш ҡаланың Совет районында йәшәүселәр бигерәк тә әүҙем ҡатнашты. Балалар ата-әсәйҙәре менән бергәләп тәҙрәләрҙе үҙенсәлекле итеп матурлап ҡуйҙы. Ошо райондың белем биреү учреждениелары ла ситтә ҡалманы.

Фото: https://vk.com/publicguo төркөмөнән.
Читайте нас: