Бөтә яңылыҡтар
Акция
21 Сентябрь 2018, 14:04

«Йәншишмә» ағасы

Өфөнөң Урмансылар паркында хәҙер Журналис­тар аллеяһы ла бар. Рәсәй урман хужалығы йыл һайын «Йәшә, урман!» тигән акция иғлан итә. Был изге эшкә Башҡорт­останда ла дәррәү ҡушылалар. Ә бына яңыраҡ республикабыҙҙың гәзит-журналдар, телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәре Журналистар аллеяһына нигеҙ һалды.

Өфөнөң Урмансылар паркында хәҙер Журналис­тар аллеяһы ла бар. Рәсәй урман хужалығы йыл һайын «Йәшә, урман!» тигән акция иғлан итә. Был изге эшкә Башҡорт­останда ла дәррәү ҡушылалар. Ә бына яңыраҡ республикабыҙҙың гәзит-журналдар, телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәре Журналистар аллеяһына нигеҙ һалды. Махсус һайлан­ған урынға 30 төп пирамидаль тирәк ағасы ултыртылды. Унда «Йәншишмә» гәзитенең айырым үҫенте­һе лә бар. Бер нисә йылдан ҙур ағас булып үҫеп китер әле!

Әйткәндәй, былтыр был акцияла 15 мең кеше ҡатнаш­ҡан. Быйылғыһында ла һынатмаҫҡа ине.


М. СӘЙЕТОВ.