-16 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Акция
20 Октябрь 2018, 18:42

Аҙна һайын – отош

Уйынды башлап ҡына торғанда, квитанцияһын тотоп, Белорет һынлы Белореттан даими уҡыусыбыҙ Нурулла ағай Миһранов килеп инде. Ҡатнашып, шунда уҡ бүләген дә эләктерҙе. Гәзиткә бер йылға яҙылып та ҡуй­ған икән! Һай, бигерәк өлгөр үҙебеҙҙең ағайыбыҙ!

Уйынды башлап ҡына торғанда, квитанцияһын тотоп, Белорет һынлы Белореттан даими уҡыусыбыҙ Нурулла ағай Миһранов килеп инде. Ҡатнашып, шунда уҡ бүләген дә эләктерҙе. Гәзиткә бер йылға яҙылып та ҡуй­ған икән! Һай, бигерәк өлгөр үҙебеҙҙең ағайыбыҙ! Был юлы ул гәзитебеҙҙе баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында VI синыфта белем алған ейәнсәре Раушания Миһрановаға яҙҙырған. Беренселә белем алған Рәсүл ҡустыһы менән рәхәтләнеп уҡырҙар инде. Башҡалар ҙа ейән-ейәнсәрҙәренә ошондай бүләк эшләһә, ҡалай шәп булыр ине!

Һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ уйында. Бының өсөн «Йәншишмә»гә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәреү етә.

Гәзитебеҙгә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 490 һум 44 тин. Индексы – П2765.

Бер йылға яҙылыу хаҡы – 894 һум 29 тин. Индексы – П3371.