Бөтә яңылыҡтар
Акция
24 Декабрь 2018, 15:59

Велосипед хужаһын тапты!

Ниһайәт, көткән көн етте. Бөгөн редакциябыҙҙа 2019 йылға “Йәншишмә”гә яҙылыусылар араһында отош уйыны үткәрҙек. Вәғәҙә иткәнебеҙсә, төп бүләк – велосипед! Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, яратҡан йырсыбыҙ Искәндәр Ғәзизовҡа был күңелле сараны үткәреүҙә ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Велосипед кемгә эләкте, тиһегеҙме? Был бәхет Хәйбулла районы Әбеш ауылынан Мәҙинә Рәшитоваға йылмайҙы! Ҡотлайбыҙ! Киләһе йылға гәзиткә яҙылған бөтә дуҫтарыбыҙға рәхмәт. Улар араһынан бер нисә кешегә төрлө бүләктәр — палатка, тюбинг, термос, селфи-таяҡ поход өҫтәле һәм башҡалар сыҡты. Хәйер, бүләктәрҙе уйнатыу барышын түбәндәге видеояҙманан үҙегеҙ ҡарағыҙ, дуҫтар! Киләсәктә лә бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!