Бөтә яңылыҡтар
Акция
27 Декабрь 2018, 19:14

“Һәр ваҡыт бергә булайыҡ”

Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылынан Мәҙинә Рәшитова отош уйынында төп приз – велосипед отҡайны. Бүләкте Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының өсөнсө курсында уҡып йөрөүсе ҡыҙы Филүзә килеп алды.

«Яңы йыл алдынан әсәйемдең суперприз отоуына бик шатбыҙ. Бер туған Айтуған ҡустым бигерәк ныҡ ҡыуанды. Әсәйем сюрприз яһайым, тип теләп йөрөгәйне. Бына ошо теләгенә иреште, Аллаға шөкөр. Рәхмәт, «Йәншишмә» гәзитенә. Уҡығыҙ, һәр ваҡыт бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ», – тине ул, башҡаларҙы ла яҙылырға өндәп.