Бөтә яңылыҡтар
Акция
22 Апрель 2019, 14:12

«Еңеү өсөн 27 миллион аҙым»

Еңеү байрамы алдынан Өфөнөң «Спутник ФМ» радиоһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ватандаштарыбыҙ иҫтәлегенә «Еңеү өсөн 27 миллион аҙым» акцияһын үткәрә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн уның сайтында аҙымдарҙы көн һайын теркәргә була.

Беҙ бөтә герой-ҡалаларҙа булып, 27 миллион аҙым йыйып, Өфөнән Берлинға тиклем бергә «атларға » тейешбеҙ.

Акцияла республиканың билдәле кешеләре лә ҡатнаша. Публицист Шамил Вәлиев, оҫта ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм башҡалар «Спутник ФМ» радиостанцияһы менән берлектә «еңеү» аҙымдарын яһай башланы ла инде.