-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
10 Сентябрь 2021, 09:10

Тау эйәһе

Ҡәҙим АРАЛБАЙ

Замана әкиәте

Борон-борон замандарҙа Ямантауҙа төрлө үлән ҡотороп үҫкән, ти: һыбайлыны күмерҙәй – андыҙы, ат бауыры аҫтына һуғылырлыҡ булып – ҡымыҙлығы, ирәүәне – ирәйеп, көпшәлеһе – көрәйеп, балтыр­ғаны – балланып, ҡуҙғалағы ҡуҙланып ултырған.Йәйҙең-көҙҙөң ер һыйына килгәндә, уларҙың иҫәп-хисабы ҡайҙа инде ул! Битләүҙәре, аҡландары тулы татлы ризыҡ икән: турғай башындай ер еләге тиһеңме, ҡарағусҡылланып ым­һындырған суҡлы сейәһе тиһеңме, бына-бына иреп тамам, тип ыуылйып торған һутлы ҡурай еләге тиһеңме, тонйорашып теҙелгән сөм-ҡара муйыл тәлгәштәре тиһеңме, ҡырауҙарға ҡалып өлгөргән шифалы гөлйемеше, тамылйып бешкән баланы, әскелтем энәлеһе...Ямантауҙың мөһабәт күркәмлеген, серлелеген һәм шомлолоғон урындағы кешеләр боронғо замандарҙан уҡ ошонда йәшәгән һәм тауҙың ҡотон һаҡлаған Тау эйәһе менән бәйләр булған. Имештер, ул тау-таш ҡуйынынан ағып сыҡҡан шишмәләрҙе, йылға баштарын таҙарта, көн боҙолорон алдан иҫкәртә, ҡасаныраҡ ҡар ятырын белгертә, ҡош-ҡортҡа ғәҙеллек күрһәтә. Һөйләгәндәренә үҙҙәре лә ышанып, Тау эйәһенең мәрхәмәтенә инанып ғүмер иткәндәр.Ниндәйерәк булған һуң ул Тау эйәһе?.. Бик тә ҙур кәүҙәле, тәне йөн менән ҡап­ланған кеше ҡиәфәтендәге бер януар, ти. Хайуандарса өн сығарһа ла, һөйләшә белмәгән – был һәләт уға Хоҙай Тәғәләнән бирелмәгән. Йәйен-ҡышын тау-урман араһында йәшәү, файҙалы үләндәр, шифалы тамырҙар менән туҡланыу, ҡырыҫ тәбиғәт уны сыныҡтырған, көслө һәм мыҡты кәүҙәле, ныҡлы ихтыярлы, ҡурҡыу белмәҫ йән эйәһе иткән. Ямантау итәктәрен төйәкләгән ауыл кешеләренә лә күп изгелектәр ҡылған ул.Шулай бер йәй көнө, еләк-емештең уңған мәлендә, ауыл малайҙары күмәкләп һөйләшкән дә Ямантау яғына юл тотҡан. Башта алланып-балланып бешкән ҡурай еләге менән һыйланғандар. Бүккәнсе ашағандар ҙа кәрзин-тырыздарын тултырып алғандар. Тағы бер аҙ бара бир­һәләр, емештәре ҡап-ҡара булып мөлдөрәшеп күҙгә ҡарап ултырған муйыллыҡҡа тап булғандар. Күпме көстәре етә, шунса муйыл тиреп, ары киткән былар.Ауыл күренгәс, инде ҡайтып еттек тип, урман ситендә бер тына хәл алып торһалар, араларынан иң бәләкәй малайҙың юҡлығы абайлана. Уның тороп ҡалыуын йә аҙашып берәй-яры китеүен береһе лә күрмәгән, иғтибар ҙа итмәгән дә баһа! Улай-былай тауышы ла сыҡманы бит. Тимәк, ул урманда тауыш-тынһыҙ ғына тор­ған да ҡалғанмы? Бына бер бәлә! Ауылға ҡайтып, хәлде малайҙың ата-әсәһенә һөйләгәндәр, ҡайһы тирәлә йөрөүҙәрен иҫтәренә төшөргәндәр.Ҡурҡыуға ҡалған ата-әсә нишләргә лә белмәгән, шырлыҡтарҙы ҡараштырып, һөрән һалып эҙләйҙәр – ғәйеп малай! Зым-зыя юҡ булған да ҡуйған.Иртәгеһенә инде бөтә ауыл сығып эҙләгән, әммә уны бер ерҙән дә тапмағандар.Өс көн үткәс, иҫәнлегенә инде өмөт өҙөлгәс, үҙен бөтөнләй кире яҡтағы ауылда тапҡандар....Еләк-емеш йыйып арыған малай, иптәштәренән арттараҡ ҡалып, бер ағас төбөнә ултырып ҡына торған икән, ойоп киткән. Бер яҡҡа янтайып барғанға уянып китһә, тирә-яҡ ҡараңғы, күктә йондоҙҙар емелдәй, ти. Малай ҡурҡышынан ҡайҙа барғанын да абайламай, торған да илай-илай йүгергән. Әллә ниндәй уйпаттарға барып төшкән, селекле түбәләргә артыл­ған, тағы урман шырлығына барып ингән. Илай-һыҡтай, һөрәнләй торғас, тамам ҡарлыҡҡан, йүгерә-йүгерә, йығыла-һөрлөгә хәлдән тайып ҡолаған.Шул ваҡыт уны ипләп кенә бер кеше күтәреп алған. Күтәргән дә яурынына йөҙтүбән терәп, арҡаһынан йомшаҡ ҡына һыйпай-һыйпай, алып та киткән. Байтаҡ ҡына барғас, бер ҡыуышҡа индереп йоҡларға һалған, үҙе лә шунда ҡыуыш ауыҙынараҡ ятҡан.Иртәнсәк малай үҙен кемдеңдер күтәреп алыуына уянған. Билдәһеҙ йән уны йәнә кисәге кеүек түшенә ҡыҫып ҡына тотҡан да ҡайҙалыр алып киткән. Көн яҡтыра. Урманда ҡоштар һайрай, ти. Бара торғас, ҡуйы урман бөткән ерҙән – асыҡлыҡ, ә түбәнерәк оло юл күренгән. Малайҙы ул ергә баҫтыра. Башына эләккән үрмәксе ауҙарын һыпырып төшөрә, маңлайынан һыйпап-һыйпап ала, кескәй ҡулдарын үҙенең ҙур усында тотоп тора, ти. Малай шунда ғына күтәрелеп ҡарай. Ҡарай ҙа телдән яҙа: уны яурынына һалып, күкрәгенә ҡыҫып килгән ғәләмәт – айыу кеүек йөнтәҫ, әзмәүерҙәй дәү кәүҙәле! Шунда уҡ үҙе малай янына сүгәләп, уны йомшаҡ ҡына һөйөп-яратып ала, кескәй түңәрәк күҙҙәре һис ҡурҡыныс янамай, әллә ниндәй йылылыҡ һирпкәндәй, игелекле, яғымлы ҡарай. Малай бер аҙ тынысланып, иркен тын алып ҡуйған. Йөнтәфи уның янында ултырған килеш урман ситенән юлды ла күҙәтә, имеш. Бер мәл ат-арбалы бесәнселәр быларҙың тапҡырына яҡынлаша. Сихри йән эйәһе малай­ҙы арҡаһынан ҡағып, еңелсә генә алға эткән. Ә ул үҙҙәре торған ҡыраздан түбәнгә атлыға. Бейек үләндәр, ауған-серегән ағастар араһынан, сытыр-сатырҙар аша йән-фарман үтеп, юлға килеп сыҡҡан да бесәнгә китеп барыусы кешеләрҙе күреү шатлығынан ҡысҡырып илап ебәргән.Тегеләр туҡтап, малайҙы арбаға ултыртып алған алыуын, әммә ул йүнләп бер ни ҙә һөйләмәй, ти. Хатта үҙенең ҡайһы ауылдан икәнен дә әйтә алмаған. Бар әйткәне «аҙаштым» ғына икән.Ят булһалар ҙа, яҡшы күңелле оло кешеләр менән көнө буйы бесәндә йөрөп, рәхәтләнеп хуш еҫле мәтрүшкә сәйе эсеп, кисен арбала күпереп ятҡан йәшел үлән өҫтөндә һөйләшә-һөйләшә ҡайтып бар­ғанда инде бер аҙ һушына килгән малай үҙенең ауылын иҫенә төшөргән, ти.Баҡһаң, ул әлеге бесәнселәр ауылынан егермеләп саҡрымда ятҡан Аҡҡондоҙ ауылыныҡы булып сыҡҡан. «Аҙашҡас, ҡалайтып юлға сыҡтың һуң?» – тип һораһалар, ул:– Бер ҙур йөнтәҫ ағай табышты, – тигән икән.Малайҙың яуабын уйынға бороп, көлкөгә һабыштырыусылар ҙа табыла:– Табышыр йөнтәҫ ағайың юлды, табышмай ни! Ул тайыш табан һине ботарлап ҡына йотор ине!Аҡһаҡалдар быны бүтәнсәрәк баһалаған, ти: баланы аҙашҡан еренән юлға Тау эйәһе сығарып ебәреүе ихтимал. Бындай хәлдәр боронораҡ та беҙҙең яҡта бул­ғылаған, тип йә атаһынан, йә ауыл ҡарттарынан ишеткән төрлө хәлдәрҙе иҫтәренә төшөрәләр.Ҡасандыр инде, мәгәр бик күп йылдар элек, Аҡҡондоҙ кешеләре тау ҡыуышында йәшәүсе хәтәр дәү кәүҙәле, тәне тотошлай йөн менән ҡапланған ҡырағай кеше – Тау эйәһе барлығын күргеләгән. Был әҙәм-януар берәүҙән дә ҡурҡмаған, ти, көтмәгәндә осраһалар, яйлап ҡына ат­лап, шырлыҡ эсенә инә лә юҡ була икән. Ә уға тап булған ауыл кешеләре, киреһенсә, ҡур­ҡыштарынан тиҙерәк был тирәнән ҡасыу яғын ҡараған, ти. Һис зыянһыҙ был өрәк-януарҙы Ямантау эйәһе тип атар булғандар. Ә инде йылдар үтә килә ошо яҡ хал­ҡы уны Тау эйәһе тип кенә йөрөтә башлай.* * *Урман-тауҙа еләк-емеш емерелеп уңған мәлдә уны-быны уйлап торамы инде кеше! Шулай бер төркөм апай-еңгәләр, кистән үк һүҙ беректереп ҡуйғандар ҙа, малдарын көтөүгә ҡыуып, бала-сағаларының тамағына ашатҡас, беләктәренә биҙрәләрен элеп, тырыздарын тотоп, Ямантау итәгенә киткән, ти.Ҡатын-ҡыҙ, бисә-сәсә сыр-сыулап, бер-береһенә тауыш биреп йөрөгән. Йәнәһе лә, шулай зыулашып йөрөһәң, эт-ҡош өркә, яҡын да килмәй. Ә был юлы, киреһенсә, тап эргәләге ҡурай еләклек араһынан өҫтәренә айыу килгән дә сыҡҡан?! Апай-килендәр сарбайлап төрлө яҡҡа һибелгән. Ә бер ауыр кәүҙәле, олораҡ йәштәгеһе йәһәт кенә ҡасып китә алмаған, түңгәккә һөрлөгөп йығылған. Айыу ҙа ҡартайып барғаныраҡ булғандыр, ҡас­ҡан бисә-сәсәнең артынан сапмаған, башын сайҡай-сайҡай, дөмрәңдәп атлап, үкерә-үкерә теге йығылып барып төшкән еңгәгә яҡынлай. Тороп ҡасайым ғына тиһә, айыу арттан килеп, уның балтырын яра тырнап, күлдәк итәген йыртып ебәргән. Теге меҫкен, ах-вах илап, сәбәләнеп, инде үлдем, тип үрһәләнә-үрһәләнә ҡолағанда, урман ситенән кешегә оҡшаған бик дәү бер йән эйәһе килеп сығып, әллә ниндәй имәнес тауыш менән айыуға ташланған да уны урманға баҫтырып индереп ебәргән, ти.Ҡурҡыуы быуынына төшкәндер – ни үле, ни тере ятҡан апаҡай атлай ҙа, йүгерә лә алмай, ти, тора ла йығыла, тора ла йығыла... Ҡоттары алынған бисә-сәсә, тырым-тырағай ҡасҡан еренән бер тирәгә йыйнаулашып, тиҙерәк ҡайтыу яғына ыңғайлай.Ауылға ҡайтҡас, фәлән бисараны айыу таланы, ярай әле урман эсенән анау ҡырағай кеше – Тау эйәһе килеп сығып, йыртҡысты ҡыуып ебәрҙе, тип һөйләгәндәр. Был ваҡиғаны ауыл муллаһы үҙенсә аңлатҡан, имеш: «Килен, һине Хызыр Ильяс үҙе ҡотҡарған. Уның шәрәфенә доға уҡытып, ҡорбан салдыр, хәйер бир...»* * *Кешеләргә теймәүсе, хатта уларға мәрхәмәтлек ҡылыусы Тау эйәһе хаҡында ишеткәндәремдең береһе – был тәбиғәт мөғжизәһен яҡындан күргән кешенең үҙе һөйләгән хикәйәһелер, моғайын.– Был хәлгә инде бер утыҙ-ҡырҡ йыллап барҙыр. Минең әле йөк машинаһында яңы ғына эшләй башлаған саҡ. Көҙгө айҙар, октябрь-ноябрь тирәһелер. Ҡалай­ҙа ла ҡырпаҡ ҡар яуған, әммә бер иретеп, бер туңдырып торған мәл. Беҙ өс машинала Биләрәткә он алырға барып, тулы йөктәр менән төнләтеп кенә ҡайтып киләбеҙ. Инде төн урталары ауғайны, шикелле. Беҙ инде шул, ни булһа ла ҡайтып йығылырға, тип тырышабыҙ, туҡрап тороу юҡ. Ағиҙелде аша сығып, тауҙарға күтәрелә башлағас, алға барыу ҡыйынлашты. Ул ваҡытта юлдар хәҙерге һымаҡ асфальт түгел. Шулай ҙа ҡар йоҡа булғас, аҫтағы ташлы юл ауырая. Бер мәл томанға килеп индек. Юл өҫтө саҡ-саҡ күренә. Фаралар­ҙан һибелгән ут менән аҡ томанды ярып килә торғас, алдағы машина тауға менеп етә алмай, кире төштө. Уның артындағыһы ла ынтылып-ынтылып ҡараны, әммә тау битләүендә тәгәрмәстәре выж­лап әйләнде-әйләнде лә түбәнгә сигенде. Мин инде, теге икәү менеп етә алмағас, тәүәккәлләп тә торманым. Урталағы машинаның кабинаһына йыйылып, бер аҙ гәпләшеп ултырҙыҡ. Тауға менә алмауыбыҙҙы томандан да күрәбеҙ, йәнәһе, көндө йомшартып ебәрҙе, тәгәрмәстәр ҙә туҙған, йөк тә өймәләмә тейәлгән, тип уны-быны һөйләшеп ултырҙыҡ та һәр кем үҙ машинаһына күсеп, йәнә тауға үрмәләп ҡарарға булдыҡ.Тағы шул уҡ хәл: алдағы машина тауға менеп етте тигәндә генә артҡы тәгәрмәстәре зырылдап өйрөлөп тик тора.Мин иң аҙаҡҡы булғас, тау түбәнендә бит инде, тегеләрҙең менеп еткәнен көтөп, ҡарап ултырам. Күрәм: теге тауға күтәрелә алмай ыҙа сиккән машина артында күҙ асып йомған арала бер ғәләмәт ҙур кәүҙәле кеше пәйҙә булды ла уны этеп, тау үренә табан ҡуҙғатып ебәрҙе. Икенсе машина ла менә алмай битләүҙә туҡтап ҡалғайны, уны ла этеп мендерҙе был ғибрәт кеше. Фаралар яҡтыһында, етмәһә, томанда уны бик асыҡ күреүе лә ҡыйын ине. Әммә үҙе машина кузовы­нан аша ҡарап тора, яурынбаштары яҫы, аяҡ-ҡулдары ла бүрәнә һымаҡ йыуан ине.Үҙем руль артында ултырған еремдә шыбыр тиргә баттым. Тауға күтәрелергә хәҙер миңә сират. Мине лә этеп мендерерме был ҡарасҡы?.. Нисек ҡуҙғалып киткәнмен, теге урынға ҡайһылай барып еткәнмендер, аҙаҡ һис хәтерләй алманым, әммә машинам тау үренә менеп етмәй тәки туҡтап ҡалғас, кинәт уянып киткәндәй булдым.Тәгәрмәстәр бер урында зырлап әйләнеп торғанда ҡапыл арттан һиңкелдәткәнсә этеүгә машинам алға китте, әкренләп мин тау башына менеп еттем.Нимә уйлағанмындар инде ул мәлдә, әллә ҡурҡыу, әллә ихтыяр көсөмө, үҙемде көтөп торған машиналар янында туҡтамай ҙа елдереп үттем дә киттем. Минең туҡтамағанды күреп, теге икәү ҙә ҡуҙғалырға ашыҡты. Дөрөҫөн әйткәндә, бик ныҡ ҡаушағайным да, ҡурҡытҡайны ла. Кем ярҙам итте беҙгә? Ниндәй ғәйрәтле зат ул: кешеме әллә берәй сихри көсмө?Ҡайтып еткәнсе ҡабат туҡтаманыҡ. Таң беленеп килә ине инде.Аҙаҡ бер-беребеҙгә ҡарашабыҙ ҙа серле генә итеп:– Кем булды икән ул теге ваҡыт беҙгә ярҙам иткән? – тип һорайбыҙ. Алдағы машинаның шофёры бер ни ҙә һиҙмәнем дә, бер кемде лә күрмәнем, ти. Ә беҙ бит уның машинаһын бер ҙур ҡара шәүләнең эткәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп ултырҙыҡ.Был инде, минең үҙемдең генә уйлауымса, ана шул йәйен-ҡышын урман-тау араһында көн иткән ҡырағай кеше бул­ғандыр, моғайын. Уны боронғолар Тау эйәһе лә тигәндәр. Хәҙер ана гәзиттәрҙә «Ҡар кешеһе» тип яҙалар. Беҙҙә лә улар барҙыр, тип ышанам мин. Урал ҡуйынында ышыҡ, аулаҡ урындар етерлек. Бына шул. Бүтән бер нәмә лә түгел...* * *Бына бер мәл Ямантауға ҡораллы ят кешеләр килгән, ти. Ғүмер-ғүмергә ошо ерҙә йәшәгән ауыл халҡын йыйып алғандар ҙа:– Яманаты сыҡҡан был Ямантау ҙа, уның тирәһендәге ерҙәр, урман-тауҙар, тирә-яҡтағы ауылдарығыҙ – бөтәһе лә хәҙер беҙҙеке. Был ергә беҙ хужа. Урманындағы ағастары, йәнлектәре һәм дә ҡош-ҡорттары, тауҙарындағы мәғдән-таштары, йылғаларындағы балығы – һәммәһе лә беҙҙең ҡарамаҡҡа күсә. Шуны белеп ҡуйығыҙ!.. – тигән улар һәм ҡулдарындағы ике башлы сәмреғош төшкән мисәтле ҡағыҙҙарын күрһәткәндәр, ти. Халыҡ быға ҡаршы бер ни ҙә әйтә алмай өйҙәренә таралған.Ошо көндән алып ауыл халҡына бәлә килә: Ямантауға улар өсөн юл бикләнә. Ә бит уның ҡыҙырымында ултырған нисә ауылдың сабынлыҡтары, мал йөрөтөр көтөүлектәре ошонда!Ят кешеләр Ямантауҙы бик алыҫтан уратып, тирә-яҡтан ҡамап-кәртәләп алғас, бөткән ауыл халҡына боронғо хөрриәт, бығаса булған иркенлектәр: тау битләүҙәрен һәм үҙәк-аҡландарҙы ҡыҙырып еләк-емешкә йөрөү тиһеңме, урман-тау һуҡмаҡтарын гиҙеп, ҡош-ҡортҡа һунар итеү тиһеңме – ярамай, ҡәтғи тыйыла!Халыҡ ерһеҙ, эшһеҙ көн итә алмай, ят кешеләргә эшкә ялланырға мәжбүр була. Үҙ ерҙәренән үҙҙәре төңөлөп, борон-борондан ата-бабаларынан килгән шөғөл-кәсептәренән биҙеп, яңы хужаларына барып, яңы һәм ят һөнәрҙәргә өйрәнә, бил бөгә башлағандар, ти.

Тау эйәһе бындағы ауыл халҡын кейемдәренән, тышҡы ҡиәфәттәренән, хатта һөйләшеүҙәренән таный. Ә был ят кешеләрҙең кейемдәре лә икенсе, күбеһенеке бер иштән – ялтырап тора, һөйләшеүҙәре лә башҡаса. Улар тау араларында өс аяҡлы таяҡтар тотоп, тегеләй ҙә, былай ҙа үткеләп күп йөрөнө, ҙур сиңерткәләргә ултырып тау өҫтөнән әленән-әле осоп, тауҙар тынлығын боҙҙо, хатта шырлыҡтарҙы йырып, Ямантауҙың түбәһенә үк кү­тәрелде. Тау эйәһе йәшеренеп ятҡан мәмерйә эргәһенән дә үтеп киткеләнеләр.Ямантауҙа тыныслыҡ киткәс, башына бәлә килерен һиҙенгәндәй, Тау эйәһе үҙе­нең тау-таш араһындағы был ояһын бөтөнләйгә ташлап китергә, тип ҡарар иткәйне инде. Тик бер көндө ул үҙәндә ни менәндер мәшғүл кешеләрҙе өҫтән, таш егенән, күҙәтеп ятҡанда был әҙәмдәр ара­һында ауыл кешеләре лә барлығын күрҙе. Шуға тыныслана биреп тә ҡуйҙы: «Ауыл кешеләре тауҙарҙа яман уй менән йөрөмәҫ». Әммә уның был һығымтаһы бик тиҙ селпәрәмә килде. Кистәрҙең һиллеген, төндәрҙең тынлығын боҙоп, ер аҫтында гөрһөлдәүҙәр башланды. Был тауыштар башта алыҫтараҡ ине. Бер нисә тәүлектән ер аҫтындағы тетрәүҙәр Ямантау итәгенә үк яҡынайҙы. Төрлөсә уйланды, шомланды Тау эйәһе, әммә үҙенсә яҡшыға ғына юрай алманы. Тоноҡ тетрәүҙәр бер мәл Ямантау аҫтына күскәндәй булды һәм унда байтаҡ ваҡыт – йәш ай тыуып, түп-түңәрәк булып тулып, кире кәмегәнсә ишетелде. Тау эйәһе төндәрен үҙенең мәмерйәһенә бер инде, бер сыҡты, ятып тынманы, ыуаланды, хафаға ҡалды. Һиҙә ине ул: ят кешеләр тауҙың иң төбөн ҡаҙа. Ерҙе улай бик йыш тетрәтһәләр, тотош тауҙы ла еме­реп ҡуйыуҙары бар. Уның бит боронораҡ тауҙар­ҙың һелкенгәнен дә, ҡая-таштар ишелеп төшкәнен дә, йылғаларҙың үҙәнен үҙгәртеп аҡ­ҡанын да, урманда хәтәр ут тоҡанып, йәнлектәрҙең ҡурылғанын да күргәне булды. Шундай хәтәр көн бында ла ҡабатланырмы икән ни? Имен саҡта бынан китергәлер?.. Тик ҡайһы тарафҡа барып, бындағылай аулаҡ, яйлы урын табаһың әле? Оло йылға буйындағы элекке ояларына ла ҡабат барырлыҡ түгел хәҙер – унда күптән инде кешеләр төшөп, ут яғып, ыҫлап, яман еҫ менән һаҫытып бөттө. Ул урындарҙа бит урман да бик һирәгәйҙе, ҡайҙа баҫһаң да, әҙәм эҙенә тап булаһың.Бер нисә көндән ер аҫтында тетрәүҙәр тынғанына иғтибар итте Тау эйәһе. Тирә-яҡта тынлыҡ. Тау араларында, үҙәктәрҙәге юлда һирәк-мирәк күренеп ҡалған ят кешеләргә лә күнегә төштө, шикелле. Улар алыҫта, текә ҡая-таштарҙа эштәре юҡ. Иң мөһиме – Тау эйәһенең бындалы­ғын белмәйҙәр...Тау эйәһе, инде һис бер хәүеф көтмәй, мәмерйәһенең иң тәрән бүлегенә төштө. Бында ул һалҡын таш ярыҡтарында, һикәлтә-кәштәләрендә һутлы үлән тамыр­ҙарын һаҡлай. Шуларҙың берәрһен генә ҡабып сәйнәп алһаң да, яҡшы булып ҡала.Мәмерйәнең ошо иң һалҡын, иң төпкө һәм иң ҡараңғы бүлкәтенә төшөүе булды, стеналағы таш ярығынан көн яҡтыһындай ут һирпелгәнен күреп, тертләүенән хатта салҡатан ҡолап китә яҙҙы.Артҡа тайшанған хәлендә, был таш егенән һирпелгән тоноҡ яҡтылыҡҡа ҡарап, тын да алмай тыңланып, йәнә шомға ҡалып, бик оҙаҡ торҙо. Өҫкө ҡатҡа менде, тышҡа сыҡты, баш осонда емелдәгән йондоҙҙарға моңһоу бағып, ерҙәге шомло геүләүҙе тыңлап, ҡая таштың һалҡын күкрәгенә терәлеп байтаҡ ваҡыт өнһөҙ-хәрәкәтһеҙ ҡалды. Бер аҙҙан тауҙың бейегерәк еренә үрмәләне. Инде кәмеп барған һары айҙың һаран, мызлаҡ шәмдәй нурында бер аяғы менән һандыҡ ташҡа баҫып, ҡулдарын тубығына һалған килеш алға эйелә биреп, тауҙар теҙмәһе өҫтөнән ҡайҙалыр алыҫ-алыҫҡа – хыялындағы тыныс төбәккә – һағынышлы ҡараш менән уҡталған Тау эйәһенең тауҙай мөһабәт һыны офоҡ көҙгөһөндә ысындан да таштан юнылған һәйкәлдәй һыҙатлана ине.Етегән баштүбән әйләнгәс кенә Тау эйә­һе, ғәҙәттәгесә, һаҡ баҫып, теге яҡтылыҡ һарҡҡан төпкөлдәге мөйөшкә йәнә төштө. Бер аҙ тыңланып, еҫ тартып тор­ғандан һуң, теге сатнаған таштың осло мөйөш-һәйешенән матҡып тотоп, бар ғәйрәтен егеп, әммә һаҡлыҡ менән генә сайҡап, һелкетеп ҡараны. Был ҙур таш киҫәге бер яҡ ҡабырғаһы менән тышҡа шылғандай итте, һәм ҡапыл бармаҡ яҫылығы ярыҡтан эстәге дымлы һалҡын һауаны ялтыр бысаҡтай яҡтылыҡ телде. Таштың ауып китмәҫлек икәнлегенә ышан­ғас, уның өҫкө яғынан тотоп, йәнә тышҡа – был юлы тер­һәк оҙонлоғона ҡәҙәр – ауыштырҙы. Хасил булған ярыҡҡа Тау эйәһе хәҙер инде башын да тығып, яҡтылыҡ һирпелгән серле лә, шомло ла яңы мәмерйәне байҡаны: ер аҫтында кешеләрҙең өйө киңлегендә бик оҙон өң һуҙылып киткән, уның стеналары тигеҙләп шымартылған, ә яҡтыртҡан нәмә түбәнең буйынан-буйына эленгән ап-аҡ утлы көпшәләр икән. Иҙән таҡталай тигеҙ һәм таҡыр ҡара балсыҡ менән ҡатырылған. «Был яңы өңдө анауы ят кешеләр тишкәндер инде», – тигән уй үтте башынан. Бер ниндәй ҙә хәүеф янамауына тамам ышанғас, Тау эйәһе ишек ҙурлыҡ был таш киҫәген үҙе үткәндәй итеп ситкә шылдыр­ҙы ла тип-тигеҙ иҙәнгә аяҡ баҫты. Өң буйлап иҙән уртаһынан ике тимер һы­ҙыҡ һуҙылғанлығын абайланы. Уның бер яҡ осонан танау ярырҙай еләҫ ел иҫеүен тойоп, Тау эйәһе шул яҡҡа ыңғайланы. Тик ҡапыл туҡтап ҡалды ла кире боролоп килеп, үҙенең мәмерйәһенә илтер өңрәйеп торған әлеге тишекте таш киҫәге менән ябып ҡуйҙы. Ташты эскә этеп, йымлы төшөп ултырҙымы тигәндәй, ектәр буйлап усын йөрөтөп алды. Һәм кинәттән ул, иләм­һеҙ тауыш сығарып, эт кеүек шыңшып ебәрҙе лә сәбәләнеп, ташты ҡабаттан үҙ яғына сығарырға маташты. Таштың был яҡ йөҙө тигеҙ булғанлыҡтан, уны бер ни­сек тә аса алманы. Әрнеүгә лә, үкенескә лә оҡшаған, иламһыраған тауыш сығарып та, уҫал екереп-ырылдап та ҡуйҙы. Таш ишек тирәһендә тегеләй-былай йөрөп, тырнаҡтарын ҡанатҡанса һыҙыра-һыҙыра стена ектәрен тырнаны. Ахырҙа, бер эш тә сығара алмағас, суҡмарҙай йоҙроҡтары менән ташты дөмбәҫләй-дөмбәҫләй, асыу ҡәһәренән онотолоп, үкерергә тотондо.Тау эйәһе шунда ғына үҙенең ниндәй хата яһағанын төшөндө: ул ят кешеләрҙең өңөндә бикле ҡалды! Нимә лә булһа эшләргә, ашығырға, тиҙерәк өҫкә сығып, үҙе­нең мәмерйәһенә ҡайтырға! Йә бөтөнләй был хәүеф янаған ерҙән ҡасырға, юғалырға, кешеләргә билдәһеҙ ер тишегенә йәшенергә!Ул ялтыр боҙбармаҡтар эсендә һалҡын уттары бызылдап торған оҙон өң юлы буйлап йүгерҙе. Башта һағайыбыраҡ, ян-яғына ҡарана-ҡарана, унан инде юлының буп-буш икәнлеген шәйләп алғас, тыһылдай-тыһылдай, алға һонолоп, мышы етеҙлегендә осто ғына.Байтаҡ йүгерҙе Тау эйәһе өң юлы буйлап. Ҡапыл ул ниндәйҙер ҙур ҡоролмаға килеп төртөлдө, уның артында өң тишеген япҡан тимер рәшәткәне шәйләне.Һирәк рәшәткә аша, әмәлгә баҡҡандай, өңгә туп-тура офоҡта тауҙар теҙмәһе өҫтөндә һап-һары ҡыйырсыҡ ай батып бар­ғаны күренә.Тау эйәһе ай алҡаһын күргәс, бигерәк тә ярһып китте – бызмырламай ғына был шомло тоҙаҡтан сығып тайыу яғын ҡараны: тигеҙ рәт булып теҙелгән тимер рәшәткәләргә тотоноп, башта һелкеткеләп алды ла шунан бармаҡ йыуанлыҡ был тимер таяҡтарҙы айыу көпшәһе шайы ла күрмәй ҡайырып, үҙе һыймалы асыҡлыҡтан, йыуан пушка көбәгенән атылған ҙур йәҙрәләй, тышҡа ырғыны.Ул иректә! Иректә! Ҡотолдо ят кешеләрҙең өңөнән!..Әлбиттә, януар үҙенең ҡылған был эшенең кешеләрҙә оло ғауға ҡуптарасағын башына ла килтерә алмай ине...* * *Тау эйәһе үҙ мәмерйәһендә бер нисә тәүлек тышҡа сыҡмай ятты. Һуңғы хәл уны бик ныҡ шөбһәгә һалды. Ят кешеләр­ҙең өң юлдарының үҙенең мәмерйәһе аҫтына уҡ килеп етеүе, мәмерйәһенең шул өңгә тишелеүе уны тетрәтте, шаңҡытты, тамам быуынһыҙ итте.Һәм ул ғүмер-ғүмергә үҙе кинәнеп төйәкләгән был төбәктән – хәҙер инде уның өсөн мәкер соҡорона әйләнгән был мәмерйәнән, ҡанһырап торған бәғеренең бер киҫәгеләй Ямантауҙан бөтөнләйгә китергә, баш һуҡҡан яҡҡа сығып олағырға тип, урынынан ҡалҡты...Тап шул мәлдә өҫтә, мәмерйә ауыҙында, ят кешеләр тауышы ишетелде!Тау эйәһе һиҫкәнеүҙән һеләүһен етеҙлегендә ырғып торҙо. Ике аяҡлы уҫал зат­тар үтеп киткәнсә мәмерйә төбөнәрәк йәшенергә, тип шым ғына эскәрәк үтте.Әммә ят кешеләр тиҙ генә китергә уйламай, ахырыһы. Нимәлер хаҡында лауылдап, ауыл кешеләренекенә оҡшамаған телдә лабырлап тора бирҙеләр, нимәлер көтәләр. Һәр төрлө еҫкә ныҡ һиҙгер Тау эйәһе мәмерйәгә әсе төтөн, янған тире, тағы ла әллә ниндәйҙер иҫерткес, һаҫыҡ еҫтәр таралыуын тойоп, уҡшып ҡуйҙы.Күп тә үтмәй, бер нисәүһе мәмерйәнең алғы ҡыуышына инеп, ут яҡтыртып ҡарай, эҙләнә башланы, йәнә шаулашып алдылар. Күрәһең, Тау эйәһенең һындырылған ҡарағас ылыҫтары түшәлгән ятағын таптылар.Көслө ут менән аяҡ аҫтын яҡтыртып, улар йәнә эскәрәк үтте. Эҙәрләүселәргә көтмәгәндә сығып ташланырғамы, йә булмаһа, сослоғо менән алдырып, ҡасып ҡотолорғамы белмәй икеләнеп, билдәһеҙлектә албырғап ҡалғанға бөтә тәне эҫеле-һыуыҡлы булып, дер-дер ҡалтыранған януарҙа ахыр сиктә аҡыл менән ҡурҡыу көсө еңде – иң төптәге һәм тәрән бүлмәгә ташланды. Билдәһеҙ йән эйәһенең бындалығына шиге ҡалмаған ят кешеләрҙең береһе тап шул мәлдә ут яҡтыртып, Тау эйәһенең оҙон шәүләһен абайлап ҡалды. Кешеләр һай-һаулап һөрәнләргә, ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшергә тотондо. Артынса уҡ ут бөркөр таяҡтан шатыр-шотор атыу тауышы мәмерйә көмбәҙен яңғыратып ебәрҙе. Таштарға ҡаҡлығып, зыйлап-зыйлап осҡан һанһыҙ тимер осҡондарҙың береһе Тау эйәһенең башына саҡ-саҡ теймәй ҡалды. Ул эштең үткән тәүлектәр­ҙәгенән дә мөшкөлөрәк икәнен аңлағайны, тик был тамуҡтан иртәрәк сығып ыс­ҡынмауына ғәрләнеп, асыуынан урттарын сәйнәне, ажарланып тештәрен шаҡылдатты.Хәҙер инде уға ике аяҡлы йыртҡыстар­ҙан ҡотолорға ни бары бер генә юл ҡал­ғайны – ят кешеләрҙең үҙҙәре тишкән өңгә сығып олағыу! Йәһәт! Йәһәт! Тиҙерәк иреккә!Ул ҡаплан сослоғонда түбәнгә йомолдо, етеҙ хәрәкәттәр менән таныш таш ишекте урынынан ҡубарҙы, тишектән тоноҡ яҡтырып торған өңгә сыҡты ла – ғәжәп хәл! – бынан бер нисә көн элек эшләгәнен йәнә ҡабатланы: дәү таш киҫәген кире үҙ урынан төшөрөп, ишекте көпләп тә ҡуй­ҙы, һәм ирек хәбәрсеһе – тығыҙ ағым булып иҫкән еләҫ ел килгән яҡҡа тороп йүгерҙе. Ләкин уға оҙаҡ барырға тура килмәне – алдында, бөтә өң юлын ҡаплап, теге тимер ҡоролма пәйҙә булды. Бер әҙәм заты күренмәһә лә, тоноҡ геүләп эшләгән был бейек ҡотһоҙ ҡоролма, иҙәндәге тимер һыҙыҡтар буйлап шыуған кеүек, әкрен генә алға бара. Етмәһә, был юлы уның артындағы түбәгә етерлек бейек стена ҡайырып сығырлыҡ рәшәткә генә түгел, ә ҡалын тимер көп менән ҡапланған. Тыш та күренмәй, хатта бармаҡ һыйырлыҡ ек тә юҡ.Тау эйәһе машина һәм шыуып килгән стена ыңғайына артҡа сигенергә мәжбүр булып, бер алдына сыҡты, әле бер яғына, әле икенсе яғына күсеп йүгерҙе. Кинәт ул ҡоролманың алдына сығып баҫты ла уға бөтә кәүҙәһе менән терәлде. Ул шул тиклем серәнде, оҙон кәүҙәһен кереше ныҡ тартылған янға әйләндереп дуғаланды, көсөргәнештән хатта уның күҙҙәренән ап-аҡ осҡондар сәсрәне, башынан эре-эре борсаҡтай тир тамсылары ялтырап тирә-яҡҡа һибелде.Ҡоролма туҡтап ҡалды. Тау эйәһенең бар ғәйрәтен һалып этеүенән машина артҡа сигә башланы, шунан тағы туҡтаны. Тик был тартыш – көс-һынаш оҙаҡҡа барманы: өң түбәһендәге уттар ҡапыл һүнә яҙып ҡуйҙы ла ҡабаттан күҙ сағылдырырлыҡ көс менән балҡыны һәм ауыр ҡорол­ма яңы ҡеүәт менән алға ҡуҙғалды. Тау эйәһен ул дыһырлатып һөрөп-ышырып үҙе менән алып китте. Тәбиғәт балаһының аҫау ғәйрәтен кеше рәхимһеҙлеге еңде.Ҡоролмаға ҡаршы тороуҙың файҙаһыҙ икәнлеген аңлағас, Тау эйәһе, аҡтыҡ көсөн йыйып, алға йүгерҙе.Тик... ул ни бары бер нисә аҙым ғына яһарға өлгөрҙө – алда, юл бөткән ерҙә, тәрән соҡор! Ул арала шөкәтһеҙ ҡоролма ла шыуып килеп етте һәм Тау эйәһен төп­һөҙ соҡорға ҡыҫырыҡланы. Януар, һуңғы көсөн йыйып, ҡоролма өҫтөнә ырғыны, ундағы ауыр ҡара ҡумталарға тотондо. Әммә шул секундта уҡ барлыҡ йәшниктәр менән бергә түбәнгә осҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.Тау эйәһенең йән әсеүе менән сыҡҡан ҡот осҡос иләмһеҙ тауышы оҙаҡ яңғырап торҙо.Быны ишеткән ят кешеләр уның януармы, әллә өрәкме, берәй әҙәми затмы йә­ки ҡасҡынмы икәнлеген дә асыҡлай алманы. Уларҙың кәйефтәрен ни бары еңелсә шом һәм мажаранан ҡупҡан елкенеү генә биләп алғайны.Хәйер, ул шом оҙаҡҡа барманы, тиҙ таралды.* * *Ауылда телдән телгә, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа күсеп, төрлө хәбәрҙәр ҡуйырҙы: «Ят кешеләр Ямантауҙа ҡырағай кешене атҡандар, ти!.. Ул бик ныҡ үкереп, Ямантау аҫтындағы күлгә сумған, ти...»«Ул Ямантауҙа борон-борондан йәшәгән Тау эйәһе булған, тиҙәр. Атай-олатайҙар һөйләй торғайнылар шул, ул кешегә бер зыян да эштәмәй, тип. Ана шуны үлтергәндәр инде, раҫ булһа...»«Эй-й, уны берәү ҙә йүнләп күрмәгән, мәмерйәлә айыу һымаҡ шәүлә күреп, шу­ға ғына атҡандар, ти. Инеп ҡараһалар, бер ни ҙә юҡ икән. Тишек-тошоҡто ҡарап сыҡҡандар, әммә бер нәмә лә таба алма­ғандар ҙа инде...»«Аның нимәһен имеш-мимешкә ышанырға! Барығыҙ ҙа ана Зәйнетдиндән һорағыҙ. Ул үҙе шунда ҡатнашҡан, ти бит. Бөтәһен дә күргән. Атыу, юҡты-барҙы һөйләйҙәр ҙә һөйләйҙәр мында...»Зәйнетдин – быйыл ғына Чечня фажи­ғәһенән ҡайтып, Ямантауҙағы ят кешеләргә эшкә ялланған ауыл егете. Буй­ҙаҡ – һөйгән ҡыҙы Белоретҡа китеп бар­ған. Өйһөҙ – дөйөм ятаҡта тора. Ерһеҙ – ата-бабаларынан аманатҡа, изге мираҫ булып ҡалған еренән, ауылдаштары кеүек, ул да ҡолаҡ ҡаҡҡан.* * *Тонйорап ҡына ҡояш байып бара. Уның ҡап урта биленән ҡаймалаған оҙонса ҡара таҫма болот торған һайын ҡояштың нурлы йөҙөн ҡаплай бара, ҡаплай бара. Урал армыттарына ниндәйҙер шомло ҡоңғорт, шәмәхә шәүләләр тулғандан-тула, тул­ғандан-тула.Бары тик Ямантау ғына, Урал батырҙың дәү ҡалҡанындай, арҡаһын дуғаландырып, ҡояштың һуңғы нурҙары менән хушлаш­ҡандай, ҡалҡына биреп ҡуйҙы.Шималдан иҫкән киҫкен ел Ямантау буйлап ауыл өҫтөнә хәтәр өйөрмә булып ябырылды. Көн боҙолоуға ишара ине был.Ниһайәт, ҡояш, ҡара болот ауҙарында сырмалып, офоҡтан аҫҡа тәгәрәне. Ямантау ҡояшы...

1995 йыл, декабрь.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: