-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
7 Июнь 2021, 15:46

Башҡортса "Рафаэлло"

Кәрәкле аҙыҡтар:Ваҡ итеп тартылған талҡан – 200 грамм.Аҡ май – 200 грамм.Бал – 3 аш ҡалағы (күберәк һалырға ла мөмкин).Ҡуйыртылған һөт – 4 аш ҡалағы.Какао порошогы – 2 аш ҡалағы (теләк буйынса).

Аҡ майҙы, балды талғын утта иретеп алабыҙ. Ошо массаға ҡуйыртылған һөт ҡоябыҙ. Әҙ-әҙләп талҡан өҫтәп, ҡуйы иҙмә барлыҡҡа килгәнсе бутайбыҙ. Әҙер иҙмәнән бәләкәй йомро шарҙар әүәләйбеҙ, шулай уҡ йомро форма эсенә ҡыҙҙырыл­ған арахис, грек сәтләүеге лә һалып ҡалдырырға мөмкин. Барлыҡҡа килгән шарҙарҙы – йомро кәнфиттәрҙе ваҡ ҡыр­ғыстан үткәрелгән аҡ шоколад йәки кокос онтағында тәгәрлә­теп алабыҙ. Сит илдәрҙән килтереп, беҙҙең магазиндарҙа һатылған «Рафаэлло»ң ары тор­һон.

Зөлфиә БАГАЕВА.
Читайте нас: