+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
23 Июнь 2021, 13:22

Файҙалы кәңәштәр

Нимә генә һатылмай хәҙер, әммә өйҙә үҙең бешергәнгә етәме ни инде?!

Кем емеш-еләктән бәлеш әҙерләргә ярата, бешергәндә һуты ағып, таба янмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк, беләһегеҙме? Бик ҡыҙыҡ ысулы бар уның. Макаронды вертикаль рәүештә бер нисә урынға эслеккә тығып ҡуйығыҙ. Ҡайнап торған һут ошо макарон буйлап өҫкә ҡалҡасаҡ, әммә түгелмәйәсәк. Бәлеш бешкәс, уларҙы алып ташлайһың.

* * *

Табала ҡыҙҙырғанда май сәсрәмәһен өсөн саҡ ҡына тоҙ өҫтәргә кәңәш ителә.

* * *

Йомортҡаның бешкәнен сейенән айырыр өсөн өҫтәлдә үҙ күсәрендә әйләндереп ҡарарға кәрәк. Бешкәне әллә нисә ҡат әйләнәсәк, бер тап­ҡыр ғына икән, тимәк, ул – бешмәгән.

* * *

Һөт ҡайнатҡанда ташмаһын тиһәгеҙ, эстән кәс­трүлдең ситтәренә май һөртөгөҙ.

* * *

Эремсек әсе булһа, шул уҡ ауырлыҡта һөт ҡушып, бер сәғәткә ҡуйып тороғоҙ. Шунан төбөнә марля һалып иләк аша үткәрегеҙ. Яңы ғына эшләнгән кеүек булыр. Ә һөттө иһә ҡамыр баҫҡанда, ҡой­маҡ ҡойғанда ҡулланыр­ға була.

* * *

Салат эшләгәндә ныҡ һал­ҡын ризыҡтарҙы йылылары менән бергә ҡушырға ярамай. Тиҙ боҙола, әсейәсәк. Бөтәһе лә бүлмә температураһында булыуы һәйбәт.


Фото: infourok.ru



Читайте нас: