+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
1 Июль 2021, 14:59

Ҡышҡылыҡҡа – ҡыярҙан салат

Салат өсөн 3 килограмм ҡыяр, 200 – 250 грамм һа­рымһаҡ, 250 грамм һуған, 100 грамм тоҙ, 250 грамм шәкәр, 150 грамм 9 процентлы һеркә алына.

Ҡыярҙарҙы йыуып, 0,5 – 1 сантиметр ҡалынлыҡта түңәрәкләп киҫеп, һауытҡа һалабыҙ. Уға ярымбалдаҡлап туралған һуған, иҙелгән һарымһаҡ, шәкәр, тоҙ, һеркә ҡушып, 12 сәғәткә һыуыҡ урынға ҡуйып торабыҙ.

Унан һуң салатты стерилләнгән банкаларға тултырып, ябып ҡуябыҙ.

Фото: kulinaroff.org
Читайте нас: