-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
11 Август 2021, 14:00

Ә һеҙҙә таш ҡабаҡ уңдымы?

Ташҡабаҡ, патиссон, цуккини... Кемдәрҙер был йәшелсәләрҙе үҙ итә, ә ҡайһыларға улар бөтөнләй оҡшамай.

Ташҡабаҡ витаминдар, микроэлементтар менән байытылған һәм аллергия тыуҙырмай, еңел үҙләштерелә торған йәшелсә. Тыуған иле – Мексика,  ә Рәсәйҙә XIX быуат башында ғына ҡулланыла башлай. Уның составындағы фосфор һәм кальций һөйәктәрҙе һәм тештәрҙе нығыта, остеопороздан һаҡлай, С – витамины имунитетты нығыта. Биологик актив компоненттар йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына яҡшы йоғонто яһай. Файҙалы матдәләр ташҡабаҡтың орлоғонда ла күп, уны табиптар көнөнә 10 – 20-не ашарға кәңәш бирә, Е витаминына бай икән. Барыбыҙ ҙа беләбеҙ, был йәшелсәнән төрлө ризыҡтар әҙерләп була. Баҡсанан яңы ҡына өҙөп инеп, ҡоймаҡ бешерергә лә, ҡышҡылыҡҡа икра яһарға ла әллә ни оҙаҡ ваҡыт та кәрәкмәй. Беҙ ҙә һеҙгә бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ, үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ, бәлки файҙаһы тейер.

Запеканка

400 грамм ташҡабаҡҡа 100 грамм майһыҙ сыр, 2 йомортҡа, 100 грамм ҡаймаҡ, ярты сәй ҡалағы сода, 150 грамм эремсек кәрәк буласаҡ. Йәшелсәне таҙартабыҙ ҙа, эре ҡырғыс аша сыр менән бергә ыуабыҙ. Ҡалған ингредиенттарҙы ҡушып яҡшылап бутайбыҙ. Әҙер массаны 180 градус йылы мейестә 20 минут самаһы бешерәбеҙ.

Салат

Был салат бик ябай һәм тиҙ әҙерләнә. Уның өсөн 400 грамм ташҡабаҡ, бер нисә кишер һым ҡыяр, эре һуған кәрәк буласаҡ. Барлыҡ йәшелсәләрҙе лә оҙонса ҡырғыстан ыуабыҙ. Һуғанды түңәрәкләп киҫәбеҙ, йәшел тәмләткестәр ҙә турайбыҙ. Барыһын бергә кунжут майы менән бутап, тәменә ҡарап тоҙ һибәбеҙ.

Тултырылған ташҡабаҡ

Ит фаршын һуған, помидор, йәшел тәмлеткәстәр һәм бүрткән дөгө менән ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Ташҡабаҡты киҫәктәргә бүлеп, орлоғон сығарабыҙ. Әҙер “ташҡабаҡ һауыттарына” фаршлы массаны һалабыҙ һәм май һалынған табаға теҙәбеҙ. Һуңынан ике стакан һыуҙы томат пастаһы менән болғатып, өҫтөнә ҡоябыҙ. Ташҡабаҡ һауыттары 1 сәғәт тирәһе бешә. Табынға йәшел тәмләткестәр менән биҙәп бирергә була.

Фото: gusiyabloni.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: