Кишерҙе бешереп, таҙартып, ваҡ ҡырғыстан ҡырабыҙ. Уға һөттә ебетелгән аҡ икмәк киҫәктәрен, йомортҡа, иләктән үткәрелгән эремсек, ҡаймаҡ, шәкәр ҡомо, тоҙ ҡушып, барыһын бергә яҡшылап болғатабыҙ. Әҙер массаны аҡ май һөртөлгән ҡыҙған табаға һалабыҙ. Запеканка электр йә газ мейесендә 20 – 25 минуттан әҙер була. Өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирелә.