+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
14 Сентябрь 2021, 13:39

Шарлотка

Рецебы, ысынлап та, бик ябай был ризыҡтың.

Шарлотка
Шарлотка

Бешереү-төшөрөүгә артыҡ оҫта булмағандарҙың да һәйбәт килеп сығырға тейеш. Шартлотканың ҡамыры күберәк бисквитты хәтерләтә, шуға ла алма яратмағандар уны алмаһыҙ ҙа бешерә ала.

Беҙгә кәрәк буласаҡ: 5 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 стакан ҡаймаҡ, 200 грамм аҡ май, бер семтем генә ванилин, махсус күпертмә (разрыхлитель), 1,5 стакан он, 4 – 5 алма, шәкәр пудраһы.

Әҙерләйбеҙ: айырым һауытҡа ярты стакан шәкәр ҡомо һәм 5 йомортҡаның ағын айырып алабыҙ. Ҡуйы ҡатнашма килеп сыҡҡансы һәйбәтләп күпертергә кәрәк. Миксер йә булмаһа блендер менән туғылаһағыҙ, бөтөнләй шәп буласаҡ. Икенсе һауытҡа йомортҡаларҙың һарыһын һәм ҡалған ярты стакан шәкәр ҡомон һалып бутайбыҙ. Ванилин, күпертмә, ҡаймаҡ, май, ондо өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ. Ике һауыттағы ҡатнашмаларҙы бергә ҡушҡас, ҡуйы ҡаймаҡ һымағыраҡ масса барлыҡҡа килә.

Майланған табаға ҡатнашманың яртыһын һалабыҙ ҙа туралған алмаларҙы теҙеп сығабыҙ. Өҫтөнә ҡалған массаны ҡойоп, алма киҫәктәре менән биҙәһәгеҙ ҙә була. 20 – 30 минутҡа алдан 180 градусҡаса йылытылған духовкаға ҡуябыҙ. Бешеп сыҡҡас, өҫтөнә шәкәр пудраһы һибәһең, һыуынғасыраҡ ашаһаң, бигерәк тә тәмле була.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото: dachnyj-mir.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: