+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балаларға аҡса кәрәкмәйме?

"Учи-ру" онлайн-платформаһы  балалары I - IV синыфта уҡыған атай-әсәйҙәр араһында ҡыҙыҡлы һораулама ойошторған. Унда Рәсәйҙең 243 ҡалаһынан 1 мең 201 респондент ҡатнашҡан. Баҡһаң, был атай-әсәйҙәрҙең 15 проценты балаларына бөтөнләй аҡса тоттормай икән.

Балаларға аҡса кәрәкмәйме?
Балаларға аҡса кәрәкмәйме?

80 проценты тере аҡса бирә, 17 проценты картаһына күсерә, ҡалған 3 проценты иһә ике вариантты ла ҡуллана. Атай-әсәйҙәрҙең яртыһы аҡсаны нисек тура килә шулай бирә икән, ә 20 проценты - балаларына уҡыуҙағы уңыштары өсөн. 15 проценты билдәле бер сумманы бүлә, ә 15 проценты, бая әйткәнсә, бөтөнләй аҡса бирмәй. 

Һораулама һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, өлкәндәрҙең 82,4 проценты улдарын, ҡыҙҙарын аҡсаны һаҡсыл тотоноу серҙәре менән таныштыра, ә 10 проценты иһә инвестициялар кеүек ҡатмарлы тема менән дә таныштыра икән. Бик һәйбәт.

Балаларға аҡса биреү кәрәк инде кәрәклеккә, тик уны нимәгә сарыф итеүҙәре тураһында ла белеп торорға тейешбеҙҙер, шулай бит?

Фото: ok.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: