+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
20 Август 2021, 12:22

Эскәнһең икән, машинаға яҡын барма!

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре республикала үткән тәүлектә генә 2000-дән артыҡ юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәгән. 39 иҫерек водитель тотолған. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 35 йәшлек ҡатын эскән килеш рулгә ултырып, туҡтап торған автомобилгә барып бәрелгән.

Эскәнһең икән, машинаға яҡын барма!
Эскәнһең икән, машинаға яҡын барма!

Һөҙөмтәлә 7 йәшлек балаһы йәрәхәтләнеп, дауаханаға һалынған. Тикшереү эше башланған. 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар йыш ҡына өлкәндәрҙең иғтибарһыҙлығы, яуапһыҙлығы арҡаһында бәләгә тарый. 2021 йылдың тәүге ике айында ғына 48 автоһәләкәттә балиғ булмағандар зыян күргән, пассажир булараҡ 7-һенең йәп-йәш ғүмере өҙөлгән.

Атай-әсәйҙәр юлда йөрөгәндә балаларының хәүефһеҙлеген ҡайғыртһын, бәләкәстәр өсөн автокресло файҙаланһын, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен ине. Ә эскән килеш автомобилгә яҡын барырға ла ярамайҙыр бит!

Фото: mdoau10.ucoz.org

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: