+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
30 Август 2021, 15:33

Асыҡ тәҙрәнән осоп төшкән

Бөгөн Өфөләге бер йорттоң беренсе ҡатындағы фатир тәҙрәһенән өс йәшлек  ҡыҙҙың осоп төшөүе, уның ҡустыһын урамдан үтеп барған осраҡлы ир генә тотоп алып ҡотҡарып ҡалыуы тураһында яҙҙылар. Ярай әле 1-се ҡат, юғиһә, был осраҡ ни менән барып бөтөр ине икән? Йәй буйы балалар тәҙрәнән ҡолап төшөп, күпме фажиғәле хәлдәр булды бит...

Асыҡ тәҙрәнән осоп төшкән
Асыҡ тәҙрәнән осоп төшкән

Кескәйҙәрҙе бер минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай шул. Бер түгел, ике бала тәҙрә төбөнә барып еткән, өлкәндәр ҡайҙа булды икән, тигән һорау тыуа. Полиция хеҙмәткәрҙәре быны тикшергән һәм әсә кешенең  был ваҡытта йоҡлаған булыуы асыҡланған. Ғаилә балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә тормай. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әсәгә ҡарата протокол төҙөләсәк.  Балаларын тәрбиәләү буйынса үҙ бурыстарын үтәмәгән өсөн 500 һум күләмендә штраф һалыу йәки 5 тәүлеккә ябып ҡуйыу ҡаралған икән.

Фото: Инстаграмм.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: