+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
27 Сентябрь 2021, 15:37

Ни өсөн балаларҙы ғаиләнән тартып алалар?

Федерация Советы ағзаһы Елена Мизулина белдереүенсә, тиҙҙән, ошо йылдың аҙаҡтарында, алдағы йыл баштарында  Ғаилә кодексына төҙәтмәләр индереләсәк. Яңылыҡтар, әлбиттә, балиғ булмағандарҙы яҡлауға йүнәлтелә.

Ни өсөн балаларҙы ғаиләнән тартып алалар?
Ни өсөн балаларҙы ғаиләнән тартып алалар?

Әлеге ваҡытта опека органы хеҙмәткәрҙәре  баланы ғаиләнән тартып алғас, өс көн эсендә әсәй менән атайҙы әсәлек, аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеүҙе юллап судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш. Был – ҙур етешһеҙлек. Етемдәр арта. Ысынлап та, баланы етем итерлек сәбәп бармы һуң, әллә был ҡарар бик ашығыс ҡабул ителеп, киреһенсә, сабыйҙарҙы ауыр хәлдә ҡалдырамы? Ә төҙәтмәләр иһә хәлде асыҡлағансы баланы ваҡытлыса ғына ғаиләнән алып торорға мөмкинлек бирәсәк. Атап әйткәндә, ғаиләлә балаларҙың һаулығына хәүеф янай икән, реабилитация үҙәгенә түгел, олатай-өләсәйҙәренә, бүтән туғандарына урынлаштырып тороу мөмкин буласаҡ.  Баланы ғаиләнән тартып алыу иһә - һуңғы сара.

 Опека органдары фатирға һорауһыҙ инеп, йәшәү шарттарын тикшерә алмаясаҡ.  

Баланы ғаиләнән тартып алыу өсөн нигеҙ булырлыҡ сәбәптәрҙе үҙгәртәсәктәр. Мәҫәлән, фатирҙың бысраҡ, һыуытҡыстың буш булыуы ғына ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү өсөн нигеҙ була алмай. Был, әлбиттә, шулай ҙа ярай, тигәнде аңлатмай. Бала ғүмеренә хәүеф янаған, уны өйҙә атаһы йә әсәһе менән ҡалдырыу ныҡ ҡурҡыныс булған осраҡтар ҙа етерлек бит. Бында инде тиҙ арала хәүефһеҙ урынға урынлаштырыу күҙ уңында тотола.

Бынан тыш, атай-әсәйҙәр командировкала булып йәки бүтән сәбәптәр буйынса балаларын ҡарай алмаһа, опека органдарына ғариза яҙып, үҙҙәре лә ваҡытлыса опекун билдәләй аласаҡ.

Сенаторҙар белдереүенсә, ҡанунға үҙгәрештәр баланың – үҙ ғаиләһендә тәрбиәләнергә һәм ата-әсәләрҙең үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәргә тейешлегенән сығып индерелә.

Фото: babyzzz.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: