+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
18 Октябрь 2021, 11:30

Пособие күпме буласаҡ?

Рәсәйҙә 2022 йылдың 1 февраленән беренсе баланы ҡарау өсөн пособиеның минималь күләме 5,8%-ҡа артып, 7 493 һумға етәсәк, максималь күләме 31 282 һум буласаҡ. 

Пособие күпме буласаҡ?
Пособие күпме буласаҡ?

Был турала Иҫәп палатаһының «РФ Социаль страховкалау фондының 2022 йылға һәм планлы 2023-2024 йылғы бюджеты» ҡарарына һылтанма биреп, ТАСС хәбәр итә.

Әлегә пособиеның минималь күләме -7 083 һум, максималь — 29 600 һум. Документта билдәләнеүенсә, йәш ярымға тиклем баланы ҡарауға ай һайын түләнгән пособиеларға сығымдар 169,5 млрд һум тәшкил итәсәк.

Бынан тыш, 1 февралдән бала тыуғанда бер тапҡыр түләнгән пособие 5,8%-ҡа индексланып, 19 981 һумға етәсәк. Әлеге ваҡытта был пособие 18 886 һум тәшкил итә.

https://shonkar.com/news/novosti/2021-10-18/2022-yylda-balany-arau-s-n-posobie-k-l-me-k-pmeg-artyr-2550589

Фото: twitter.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: