+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
18 Ноябрь 2021, 10:55

Фажиғә була яҙған бит...

Үткән көндө баш ҡаланың Яҡутов паркындағы Һалдат күлендә 7 йәшлек кенә ҡыҙ бала саҡ батып үлмәй.

Фажиғә була яҙған бит...
Фажиғә була яҙған бит...

Әле генә ҡатып киткән боҙ өҫтөндә нимә эшләп йөрөгәндер инде, етмәһә, ярҙан да алыҫ ҡына киткән бит әле. Ярай әле, бәхеткә ҡаршы Денис ағай ғаиләһе менән паркта йөрөгән булған. Боҙ аҫтына төшөп киткән баланы күреп, тиҙ генә ярҙамға ташлана. Ҡотҡарыусы үҙе лә һыуға төшөп еүешләнә, әммә баланы ҡотҡара. Ҡыҙыҡайҙы тиҙ генә өйҙәренә алып ҡайтып йылыталар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә хәбәр итеп, әсәһенә лә шылтыратып, сабыйҙың хәлен баһалау өсөн дауаханаға алып баралар.

Һәләкәт ваҡытында бала паркта өлкәндәрһеҙ йөрөгән булған. Ни эшләп улай килеп сыҡҡанын асыҡлау эштәре бара. Ә ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарыусы Денис Наумчикты күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡлы баһа көтә.

Бына шулай балалар, йылға-күлдәрҙә боҙ ҡатты тип, унда уйнарға ашыҡмағыҙ. Иғтибарлы булығыҙ, төҙәтә алмаҫлыҡ хата килеп сығыуы ла бар бит.

Фото:   02.mchs.gov.ru, ВКонтакте

Фажиғә була яҙған бит...
Фажиғә була яҙған бит...
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: