+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
23 Ноябрь 2021, 10:30

Кем ул дисграфик?

Дисграфик – грамматик ҡағиҙәләрҙе үҙләштереп тә, уларҙы яҙыуҙа дөрөҫ ҡуллана белмәгән бала.

Кем ул  дисграфик?
Кем ул дисграфик?

Уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ундайҙарҙы тәүҙә ялҡаулыҡта ғәйепләй. Ярҙам итәһе урынға баланы төрлө язаға тарттырып та маташыусылар юҡ түгел. Был – мәғәнәһеҙлек, әлбиттә. Бындай хәл һис тә ялҡаулыҡтан түгел, ә баш мейеһенең ана шул ҡағиҙәләрҙең үтәлеше өсөн яуап биреүсе өлөштәренең етерлек үҫеш алмауынан килә. Кем-кем, ә уҡытыусылар был хаҡта белергә тейеш. Юғиһә, ҡайһы ваҡыт ошондай балаға “наҙан” тигән мөһөр ҙә һуғып ҡуялар. Әммә был төҙәтә алмаҫлыҡ хәл түгел. Бигерәк тә балаға 12 йәш тә тулмаған булһа. Был йәштә баш мейеһе һығылмалы була һәм төҙәтмәләргә еңел бирелә.

Дисграфикты ялҡау уҡыусынан нисек айырырға? Быны белер өсөн баланың дәфтәренә күҙ һалығыҙ. Ул, ғәҙәттә, бында бындайыраҡ мәғәнәһеҙ хаталар яһай:

  1. Һүҙҙәр араһында ара ҡалдырмай.
  2. Дәфтәр битенең ситенә үк яҙа, һүҙҙе юлдан-юлға дөрөҫ күсермәй.
  3. “Б”, “в”, “э”, “з” хәрефтәрен, “4”, “3”, “5” һандарын кире яҡҡа әйләндереп ҡуя.
  4. Бер үк хәрефте ике тапҡыр ҡабатлай. (Мәҫәлән, “магазин” урынына “магазим” тип яҙа).
  5. “Б-д”, “ж-х”, “и-у” хәрефтәрен алмаштырып яҙа. (Мәҫәлән “бойҙай” урынына “дойҙай”).
  6. Баҫымлы ижектәрҙә хата яһай. (Мәҫәлән “ҡашыҡ” урынына “ҡашиҡ”).
  7. Хәрефтәрҙе төшөрөп ҡалдыра, һүҙҙәрҙе яҙып бөтөрмәй.
  8. Һирәк ҡулланылған “ь”, “ъ” кеүек хәрефтәрҙе бөтөнләй яҙырға онота.

Был өлкәлә ата-әсәләргә түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итәбеҙ:

*Бала саф һауала күберәк йөрөһөн, организмы кислородҡа байығыр;

*Ушу секцияһына йөрөһә, бигерәк тә һәйбәт булыр. Ҡытай гимнастикаһы дөрөҫ яҙыу проблемаһын хәл итергә булышасаҡ, сөнки уның нигеҙендә дөйөм үҫешкә ярҙам итеүсе һулау өсөн кәрәкле күнекмәләр ята.

*Музыка менән шөғөлләнеү ҙә мейе ярымшарҙарының бергәләп эшләүен яйға һала һәм был яҙыу эшендә лә сағылыш таба.

*Кистәрен таҫтамал менән яй ғына ышҡып, муйынға һәм баш артына массаж яһарға кәрәк.

Фото: lavehim.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: