+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
24 Декабрь 2021, 10:21

Терпе лә балаһын, аппағым, йомшағым, тип ярата, ти, ә кеше?

2013 һәм 2016 йылғы ике баланы яртылаш кейемһеҙ килеш йырындан табып алалар: осраҡлы үтеп барыусы күреп ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар килгәнсе 2013 йылғы малайҙың ғүмере өҙөлгән була инде...

Һуңынан асыҡланыуынса, Һарытау өлкәһендәге бер ауылда был ике балаһын әсәләре (шулай тип әйтеп булһа) яңғыҙы тәрбиәләгән булған. Тикшереү күрһәтеүенсә, фажиғә булған көндө асыуы килеп, уларҙы тәүҙә быуған, шунан соҡорға алып барып ташлап, үҙе икенсе яҡҡа сығып киткән.

Ҡыҙын ауыр хәлдә дауаханаға һалғандар, табиптар әйтеүенсә, ул 4 - 5 сәғәт буйы аңһыҙ һыуыҡта ятҡан. Туңыуы сәбәпле, бармаҡтарын киҫеүҙәре ихтимал. Әле уның ғүмере һәм һаулығы өсөн Һарытау табиптары көрәшә.

Әсәй тип аталған кешене - 43 йәшлек ҡатынды Һарытау өлкәһенең икенсе ҡалаһында тотҡандар. Балаларҙың атаһы менән айырылышҡан булғандар.

Өлкәнең тикшереү комитеты был хәлде ентекле тикшерә, фажиғә сәбәптәре асыҡланыр.

Барыбер балаларына ҡаты бәғерле әсәне бер нисек тә аҡлап булмайҙыр.  Ошондай фажиғәләр башҡаса ҡабатланмаһын ине, кешеләр бер-береһенә битараф булмаһын, атай-әсәйҙәр балаларын атайлы-әсәйле, бәхетле итеп тәрбиәләргә тырышһын. Балалар бәхетле булырға хоҡуҡлы.

Фото: poembook.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: