Ҡәҙерле балалар, һеҙ һүрәттәрегеҙҙә ғаиләгеҙҙең халыҡ иҫәбен алыуҙа нисек ҡатнашыуын, иҫәп алыусыларҙың өйөгөҙгә ниндәй кейемдә килеүен сағылдыра алаһығыҙ. Шулай уҡ шәжәрә ағасығыҙҙы ла төҙөп ебәрергә, үҙегеҙ йәшәгән ауыл, ҡасаба, ҡала ерҙәрендәге иҫтәлекле урындарҙы һүрәтләргә мөмкин. Тик ижади эшегеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың эмблемаһы һәм талисманы ВиПиН да урын алһын.
Бәйге еңеүселәрен жюри ағзалары 7 – 10, 11 – 14 йәштәгеләр араһында айырым билдәләйәсәк.
Еңеүселәргә бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ.
Конкурс эштәрен 15 ноябргә тиклем редакцияның электрон почтаһына [email protected] йә «Йәншишмә»нең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөнә ебәрегеҙ.
Һүрәттәр көтәбеҙ, дуҫтар!