+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
9 Сентябрь 2021, 16:25

Афарин, Заһир!

Быйыл Әбйәлил районының Рауил мәктәбендә беренсе синыф булмау сәбәпле, Заһир Зәйнитдинов күрше ауылдағы Ишҡол мәктәбенә уҡырға барҙы. Уны бик мөләйем һәйбәт уҡытыусы Гүзәл Байрам ҡыҙы Йәмилхина ҡабул итеп алды.

Афарин, Заһир!
Афарин, Заһир!

Заһир – бик аҡыллы, һәйбәт малай, бәләкәйҙән китап уҡырға ярата. Былтырғы йылда район китапханаһы үткәргән конкурста ғаиләләре менән ҡатнашып, "Иң күп китап уҡыусы һәм татыу ғаилә" номинацияһында еңеүсе булдылар. VI синыфта уҡыған Айтуған ағаһы кеүек, яҡшы уҡыусы булыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Ә гәзит-бүләкте беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, Рауил мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Әхмәҙиева яҙҙыртты. Ҡалай һәйбәт!

Афарин, Заһир!
Афарин, Заһир!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: