+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
15 Сентябрь 2021, 11:45

Йәш автомобилистар бәйгеһе

2021 йылдың 13-18 сентябрендә Өфө ҡалаһында 14-17 йәштәге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында автокүпбәйге буйынса Бөтә Рәсәй беренселеге үтә.

Йәш автомобилистар бәйгеһе
Йәш автомобилистар бәйгеһе

Автокүпбәйге – ул  үҫмерҙәр араһындағы автомобиль спорты ярыштары, уның менән күп кенә билдәле уҙышсылар шөғөлләнә, мәҫәлән – Виталий Петров. Үҫмерҙәр араһында автокүпбәйгеһе буйынса беренсе бөтә Рәсәй чемпионаты 1996 йылда үткәрелгәйне.

Төрлө төбәктәрҙән уҡыусылар баш ҡалаға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүен, фигуралы тиҙлекле манёврҙар күрһәтеү һәм автомобиль тематикаһы буйынса команда конкурстарын үтеү өсөн килде. Ярышта, автомәктәптәге имтихандарҙағы кеүек үк, барыһы ла ҡәтғи буласаҡ. Жюри ағзалары эште һәр яҡлап баһалаясаҡ: хәүефһеҙлек ҡайышынан алып машинаны нисек йөрөтөүҙәренә тиклем.

Беренселектә 30-ҙан ашыу команда ҡатнаша, улар ярыштарҙың төрлө этаптарында үҙҙәрен күрһәтәсәк. Автодромда йәш автомобилистар, ЮХХДИ имтихандарын тапшырыуҙан айырмалы рәүештә,юл һынауҙарын ваҡытҡа үтергә тейеш. Белгегеҙ килһә, төбәк этаптарының күп кенә пунктарын үтәгәндә ярышта ҡатнашыусылар өлкән водителдәрҙән бер ҙә ҡалышманы.

Еңеүселәрҙе кубоктар, миҙалдар, дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр һәм, әлбиттә, "Иң яҡшы" тигән маҡтаулы исем көтә. Ә шулай ҙа иң мөһим һынау бәйгеселәрҙе киләсәктә юлдарҙа йөрөгәндә көтә. Үҙҙәренең оҫталығын водитель таныҡлығын алғандан һуң улар шунда күрһәтер.

Ҡатнашыусылар һәм ярыштың Положениеһы менән ошо һылтанма буйынса таныша алаһығыҙ: http://vcht.center/events/bdd/pervenstvo-po-avtomnogoboryu/

Әйткәндәй, бөгөн майҙансыҡҡа мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың да килеүе көтөлә.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: