+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
21 Сентябрь 2021, 12:05

Яҡташыбыҙ Гран-при яуланы

Ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһында үткән “Көйҙөң тылсымлы тын алышы” төбәк-ара милли музыка ҡоралдары фестиваленән яҡташыбыҙ Илнур Хәйруллин Гран-при яулап ҡайтты.

Яҡташыбыҙ Гран-при яуланы
Яҡташыбыҙ Гран-при яуланы

Ике көн барған фестиваль күп милләттәрҙең мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен танытып, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыуға арналды. Бәйгелә илдең төрлө төбәгенән йыйылған варгансылар, ҡумыҙсылар, милли музыка ҡоралдары яһаусылар ҡатнашты. Жюри ағзалары оҫталыҡ дәрестәре лә бирҙе. Ә бәхет Илнур Хәйруллинға йылмайҙы, ул – еңеүсе (етәксеһе – Миңлеғәфүр Зәйнетдинов). 8 – 12 йәшлектр араһында беренсе урын билдәле музыкант Рәйем Низаметдиновтың уҡыусыһы - Ырымбур өлкәһеһенән Замир Дауытовҡа бирелде.

Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙы, ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: