+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
17 Ноябрь 2021, 10:30

Туғыҙ йәшлек “Мини мисс”

11 – 13 ноябрҙә Мәскәүҙә үткән "Miss & Mister Effulgence" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсының "Мини мисс" номинацияһында  Гран-приҙы  Өфө ҡыҙы – туғыҙ йәшлек Регина Хужина яуланы.

Туғыҙ йәшлек  “Мини мисс”
Туғыҙ йәшлек “Мини мисс”

Һылыуҡай Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла белем ала, шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар төркөмөндә шөғөлләнә. Был конкурсҡа ҡыҙыҡайҙы "Һомай" театр-дефиле" мәҙәниәтте һәм ижадты үҫтереү студияһы белгестәре әҙерләй.

Был  Регинаның беренсе еңеүе генә түгел. Быйыл май айында үткән "Башҡортостан гүзәле" конкурсының балалар номинацияһында  ла еңеү яулағайны.

– Ошондай күләмле конкурста Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһауыма бик шатмын. Миңә бағлаған өмөттө аҡлауыма ла ҡыуанып бөтә алмайым. Бәйгелә ҡатнашыуға ярҙам иткәндәрҙең һәммәһенә лә, айырыуса миңә ышанған ғаиләмә ҙур рәхмәт. Шулай уҡ конкурсты ойоштороусыларға рәхмәт әйткем килә. Ҙур, матур шоу килеп сыҡты, ул барыһына ла кинәнес  бүләк итте.

Регина Хужина Эльвира Хәмиҙуллина менән бергә 1 – 4 декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк "Мисс Останкино" бөтә Рәсәй конкурсының финалында ла сығыш яһаясаҡ. Һылыуҡайҙарыбыҙ өсөн беҙ ҙә янып-көйөрбөҙ!

                    

Фото: https://bash.news/

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: