+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
6 Декабрь 2021, 11:34

Амаль Әхмәҙинуров - еңеүсе!

Стәрлетамаҡтағы 3-сө лицей уҡыусыһы Амаль Әхмәҙинуров йәш техниктар һәм уйлап табыусыларҙың VIII Бөтә Рәсәй конференцияһы еңеүсеһе булған. Уның конкурсҡа тәҡдим иткән эше "Үпкә ауырыуҙарын авоматик рәүештә диагностикалау" тип атала.  

Амаль Әхмәҙинуров - еңеүсе!
Амаль Әхмәҙинуров - еңеүсе!

Темаһы ла көнүҙәк шул. 

Конференцияны ойоштороусылар белдереүенсә,  илдең 75 төбәгенән 400 проект һайлап алынған, уларҙың күптәре юғары кимәлдә башҡарылыуы, инновацион идеяларҙың үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора. Шулар араһында Башҡортостан егете Амаль Әхмәҙинуровтың еңеүе ғорурлыҡ тойғоһо уята.

Финал онлайн форматта үткән. Йомғаҡ Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһында яһалған. 

Фото: dm-centre.ru

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: