+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
13 Ғинуар 2022, 16:03

Владимир Вернадский исемендәге конкурста ҡатнашығыҙ!

«Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге VII – XI синыф уҡыусыларын Владимир Вернадский исемендәге VII төбәк тикшеренеү эштәре конкурсында ҡатнашырға саҡыра.

Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Фән һәм мәғариф министрлығы, «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге, педагогтарҙың «Эҙләнеүсе» төбәк-ара йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан бүлеге.

Конкурсҡа Ер тураһында фәндәр, экология, ботаника һәм зоология, медицина биохимияһы һәм биотехнология, химия, математика һәм информатика, физика һәм инженер тикшеренеүҙәре, шулай уҡ халыҡ мәҙәниәте, Рәсәй ауылдарының тарихы һәм мәҙәниәте, лингвистика, иҡтисад, социология һәм хоҡуҡ йүнәлештәре буйынса тикшеренеү эштәре ҡабул ителә.

Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнәсәк.

  Ситтән тороп үткәрелгән этап башланды ла инде. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн тикшеренеү эштәрен 16 февралгә тиклем  https://avroracenter.com/konkurs-yunosheskix-issledov.. сайтына ебәрергә кәрәк. Күләме 10 биттән артмаһын. Конкурстың сайтында положение һәм бәйгенең шарттары тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Ойоштороу комитеты менән  [email protected] электрон адресы буйынса йәки  8(987)044-57-87 телефоны аша бәйләнешкә инә алаһығыҙ. 

Фото: https://www.avroracenter.com

Владимир Вернадский исемендәге конкурста ҡатнашығыҙ!
Владимир Вернадский исемендәге конкурста ҡатнашығыҙ!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: